Ошо көндәрҙә Башҡортостан йәмәғәтселеге төбәктең уңышлы социаль-иҡтисади үҫеше өсөн бик күп эшләгән күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Михаил Алексеевич Зайцевты иҫкә ала.
Ул юғары яуаплылыҡ тойғоһона эйә булған, күп яҡлы талантын, сағыу һәләтен дөйөм мәнфәғәткә йүнәлткән көслө һәм олпат шәхес булараҡ иҫебеҙҙә ҡалған. Тыуған яғына ихлас һөйөүе, кешеләрҙең социаль именлеге тураһында даими хәстәрлек күреүе һөҙөмтәһендә Михаил Алексеевич хаҡлы ихтирам яуланы. Уның юғары профессионализмы һәм маҡсатҡа ынтылышы кешеләр мәнфәғәтенә, республикала тотороҡлолоҡто нығытыуға тулы кимәлдә хеҙмәт итте.
Михаил Алексеевичтың хеҙмәт юлы бай һәм күп төрлө. Сағыштырмаса ҡыҫҡа тормош юлында ул Өфө электр лампалары заводында, комсомолдың Орджоникидзе район комитетында, Өфө авиация институтының ВЛКСМ комитетында, район комитетында һәм партияның Өфө ҡала комитетында комсомол һәм партия сынығыуы мәктәбен үтергә өлгөрә. Хеҙмәт карьераһының бер генә баҫҡысын да аша атлап үтмәй, башҡарған һәр вазифаһында үҙенең бөтә һәләтен, талантын һәм оҫталығын эшкә бирә. Михаил Алексеевичтың уңыш сере ошонда ла инде.
Уның икенсе сере — кешеләрҙе теге йәки был бурысты үтәүгә туплай белеүендә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һәләт етәкселәрҙең бөтәһенә лә бирелмәгән. Үҙаллылыҡ уның холҡоноң инешен тәшкил итте. Күптәр уның етем үҫкәнен, балалар йортонда тәрбиәләнгәнен беләлер. Мостай Кәрим уның иң яҡын дуҫтарының береһе ине. Михаил Зайцевтың хәтерләүе буйынса, күренекле әҙип балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең береһе хаҡында йөрәккә үтеп инерлек "Йәләлетдин атай" тигән хикәйәһен яҙған. Был әҫәрҙе күҙ йәшен тыймай уҡыу мөмкин түгел.
Михаил Алексеевич отставкаға сыҡҡас, миңә уның менән йыш осрашырға тура килде. Беҙ һөйләшер, кәңәшләшер инек, теге йәки был мәсьәлә буйынса уның фекерен белеү файҙалы булды. Михаил Зайцевтың һәр кешегә ихтирам менән ҡарауы, мәсьәләнең асылына тиҙ төшөнөп, иң ҡулай ҡарарҙы таба белеүе һоҡландыра ине.
Ул ысын-ысындан интеллигент, бар булмышы менән ысын сәйәсмән, компромисҡа бара белгән, ләкин принципиаль мәсьәләләр тураһында һүҙ барғанда үҙ һүҙенән тайпылмаҫ кеше, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең оло ватансыһы, кеше менән әҙәпле итеп, матур һөйләшә белеүсе әңгәмәсе ине. Кем әйтмешләй, ундай кеше менән разведкаға барырға мөмкин. Төрлө яҡлап яҡшы әҙерлекле булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙаллы белем алыу менән күп шөғөлләнде, юриспруденция, тарих, тел һәм әҙәбиәт, мәҙәниәт мәсьәләләрен төптән белде, республикабыҙҙың һәм илдең үткәнен, уның күренекле эшмәкәрҙәренең тормошон өйрәнде, улар менән ғорурланды.
Михаил Алексеевич үҙенең шәхси сифаттарын эштә һөҙөмтәле файҙалана белгән олпат кеше ине. Шул уҡ ваҡытта талапсан, принципиаль етәксе исемен дә күтәрҙе. Уны бергә эшләгән хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары ғәҙеллеге, кешелеклелеге өсөн ихтирам итте. Ул бихисап кешегә ярҙам итте, шуға ла күптәр хаҡлы рәүештә Михаил Алексеевичты үҙенең остазы тип атай, әле булһа йылы һүҙ менән иҫкә ала. Эше бик тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, хеҙмәттәштәренең, айырыуса йәштәрҙең шәхси хәле хаҡында әҙәпле ҡыҙыҡһынырға, уларға ярҙам итергә ваҡыт тапты.
Тарихыбыҙҙағы ҡатмарлы осорҙа Башҡортостан парламентына тап бына Михаил Алексеевич Зайцев кеүек баҙыҡ шәхестең етәкселек итеүе һайлаусыларға һәм депутаттарға, шулай уҡ бөтә республикаға файҙаға булды тигән фекерҙәмен.
Нисек булғанын иҫкә төшөрәйек. 1995 йылдың 5 мартында һайлаусыларҙың ихтыяры менән яңы типтағы ике палаталы парламент — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һайланды. Уның элеккеләренән айырмаһы шунда: Башҡортостан парламенты, республиканың Төп Законына ярашлы, профессиональ нигеҙҙә даими эшләүсе юғарғы вәкиллекле һәм берҙән-бер закондар сығарыу органы булып торҙо.
Тап бына Михаил Зайцевтың юғары профессионализмы, ҙур тормош тәжрибәһе, күмәкләп эшләй белеү оҫталығы, ҙур ойоштороу һәләте эшмәкәрлектең өр-яңы йүнәлешенә бик тиҙ үтеп инергә ярҙам итте. Ул фекерҙәш парламентарийҙар коллективын бик тиҙ туплай алды. Был Башҡортостан парламентының әүҙем һәм ныҡышмалы эшләү дәүере булды, алдағы йылдарға парламентаризмды үҫтереүгә нигеҙ һалынды, закондар сығарыу системаһы ышаныслы үҫеште, хоҡуҡи бушлыҡ тиҙ арала бөтөрөлдө.
Зайцев рәйеслегендәге беренсе саҡырылыш парламентына ҡануниәт булдырыу алымын сифат яғынан өр-яңы нигеҙҙә яйға һалырға, бер үк ваҡытта закондар сығарыу базаһын йылдам үҫтерергә тура килде. Әлбиттә, республика, ил һәм донъя тәжрибәһе әүҙем файҙаланылды, уны ҡайтанан баштан үткәреп, тәғәйен шарттарға яраҡлаштырырға кәрәк булды. Ваҡыт тар ине, реформалар барышы закондар менән тиҙ арала тәьмин итеү талабын ҡуйҙы.
Үкенескә ҡаршы, ул саҡта федераль ҡануниәтселәрҙән күсереп алырлыҡ закондар бик юҡ ине, Дәүләт Думаһында фракция-ара көрәш барҙы. Шуға ла закондар сығарыу базаһын эшләүҙә төбәктәр, шул иҫәптән Башҡортостан, Федераль үҙәктән шаҡтай алда барҙы. 1999 йылдың мартына, беренсе саҡырылыш парламентының вәкәләттәре бөтөү осорона, республика ҡануниәтендә 400-гә яҡын кодекс һәм закон иҫәпләнә ине — был тәңгәлдә беҙ Рәсәй субъекттары араһында тәүге урындарҙа килдек. Республикала ҡабул ителгән закондарҙың күбеһе аҙаҡ башҡа төбәктәр өсөн өлгө булып торҙо, ҡайһы берҙәре хатта федераль ҡануниәтселәр тарафынан файҙаланылды.
Дәүләт Йыйылышының беренсе саҡырылышы бөтәһен дә тәүләп башланы. Әйтергә кәрәк, ҡануниәтте үҫтереүҙә, мөһим закондар эшләүҙә Михаил Алексеевич яҡындан тороп ҡатнашты. Ул саҡта эшләй генә башлаған яраштырыу комиссияһы рәйесе булып тап бына Зайцевтың һайланыуы осраҡлы түгел, ул палаталар араһында килеп тыуған фекер айырмалыҡтарын гелән ыңғай хәл итеүгә өлгәште, һәр бәхәстә уның һүҙе үтер, уға һәр саҡ ҡолаҡ һалырҙар ине.
Әйтеп киткәнемсә, Михаил Зайцев бына тигән фекерҙәштәр коллективы тупланы, Башҡортостандың ҡануниәтен камиллаштырыуға, парламентаризмды һәм төбәкте үҫтереүгә күп көс һалды. Әнәс Хәсәнов, Риф Латипов, Виктор Пчелинцев, Әлим Әхмәҙиев һәм көсөргәнешле, яуаплы эш йылдарын бергә үткән башҡа депутаттарҙы ул һәр саҡ йылы һүҙ менән телгә алыр ине.
Башҡортостандың дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары был традицияларҙы һаҡлау йәһәтенән әүҙем эшләй. Федераль һәм республика башҡарма власть органдары, урындағы үҙидара органдары, закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғы субъекттары менән үҙ-ара эшлекле бәйләнеште нығытыу дауам итә, партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары, гражданлыҡ йәмғиәтенең барлыҡ институттары, ғалимдар менән уңышлы хеҙмәттәшлек киңәйә.
Һис һүҙһеҙ, Михаил Алексеевич кеүек кешеләр — республиканың милли ҡаҙанышы һәм ғорурлығы ул.