Ҡотлайбыҙ!01.03.2013
Хәйбулла районының Аҡъяр ҡасабаһында йәшәгән ҡәҙерлебеҙ Зәкәриә Ишмөхәмәт улы Хунафинды 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тыуып үҫкән ағайыбыҙ хеҙмәт юлын Әбештә бухгалтер ярҙамсыһы булып башлай һәм артабанғы яҙмышын райондың ҡулланыусылар йәмғиәтенә бағышлай, ревизия комиссияһы рәйесе вазифаһынан пенсияға сыға. Хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы, “Рәсәйҙең ҡулланыусылар кооперацияһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһе менән бүләкләнгән.
Мәрйәм Һибәт ҡыҙы менән татыу ғаиләлә өс балаға ғүмер бирҙеләр. Әле ағайыбыҙ ҡыҙы Наилә, улы Шамил, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләсәре шатлығын бүлешеп, донъя көтә.
Тырыш хеҙмәте менән оло абруй ҡаҙанған ағайыбыҙ гөрләтеп йәшәй: ҡура тулы — мал-тыуар, баҡсалары гөлтләп тора. Туғандарына ныҡ ярҙамсыл, кәңәшсе һәм терәк ул. Ҡәҙерлебеҙгә ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, күңел тыныслығы, оҙон ғүмер, балаларының игелеген күреп, бәхетле йәшәүен теләйбеҙ.


Вернуться назад