Тоҙ ҙа дауалай01.03.2013
Тоҙ ҙа дауалайИке мең йыл самаһы элек үк кешеләр тоҙ менән һауыҡтырыу серҙәрен белгән. Тоҙ ятҡылыҡтарында эшләүселәргә ундағы саңды һуларға тура килгән, шул саҡ әлеге тәбиғәт байлығының ғәжәйеп файҙаһын һиҙеп, ауырыуҙарҙы дауаларға тотонғандар. Спелеография һәм галотерапия тигән дауалау ысулдары ошо заманда барлыҡҡа килгән.

Тоҙ мәмерйәләрендәге һауа күп сирҙе дауалауға (тын юлдары, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, аяҡ-ҡул сирҙәре һәм башҡалар) ыңғай йоғонто яһай. Галотерапия бронх-үпкә һәм тире ауырыуҙарын иҫкәртеүҙә һәм дауалауҙа киң ҡулланыла. Аэрозоль хәлендәге натрий хлориды тын юлына нисек тәьҫир итә һуң? Тын юлдары, үпкә кире зарядлы иондар менән байый, ә улары эпителийҙың хәрәкәтләнеүен тиҙләтә, тимәк, тын юлдарын етеҙ генә "таҙалап" сығара. "Тулы күкрәк" менән тын алыу нервы, йөрәк-ҡан тамырҙары, эндокрин һәм иммун системаһы торошон яҡшырта.
Аллергия, ҡурылдай быумаһы һәм башҡа ауырыуҙарға ҡаршы бик файҙалы ул. Тоҙ терапияһы организмдың инфекция осоронда ла төрлө ауырыуға бирешмәүенә булышлыҡ итә.
Өфө ҡалаһында урынлашҡан "Галомед" компанияһы тоҙҙоң сихәтле үҙенсәлеген файҙаланып дауаланыу тәҡдим итә. Өсөнсө быуын галогенераторҙары Тоҙ ҙа дауалайярҙамында аэрогалит ваҡ тоҙ "саңы"н барлыҡҡа килтерә. Ул тын юлдарын таҙартыусы, елһенеүҙе дауалаусы, иммунитетты көсәйтеүсе хеҙмәтен үтәй, шулай уҡ организмдың дөйөм хәлен яҡшырта. Тоҙ мәмерйәһе бигерәк тә ҡурылдай быумаһы, аллергия, хроник бронхит сиренән яфаланыусыларға ыңғай тәьҫир итә. Галотерапия кескәйҙәр өсөн дә файҙалы: күп ата-әсә балаларының аппетиты һәм йоҡоһо яҡшырыуын билдәләй.
Галотерапия ысулы тын юлы аллергияһына, тире ауырыуҙарына (атопик дерматоз, псориаз, экзема, һытҡы) ҡаршы ла уңышлы ҡулланыла. Тын юлдары (тонзиллит, синусит, гайморит, фронтит һәм башҡалар), йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре борсоғанда, шулай уҡ дөйөм иммунитет кәмегәндә лә ярҙам итә. Ҡыш йүтәл ауырыуҙары менән йыш сирләгәндә, тәмәке тартҡанда, зарарлы производство шарттарында эшләүселәргә бигерәк тә файҙалы. Тәмәкене ташларға теләүселәр өсөн дә ыңғай тәьҫир итеүе иҫбатланған.
"Галомед" тоҙ мәмерйәләре селтәрендә ун көн дауамында 40-ар минутлап дауаланырға мөмкин. Был ваҡытта балалар яратҡан йәнһүрәтен ҡарай йә тоҙ "ҡом"да уйнай.


Вернуться назад