Туҡмап түгел, көйләп йыуат01.03.2013
Ата-әсә менән бала араһындағы мөнәсәбәтте яйға һалыу өсөн йыш ҡына күңел табиптарына киләләр. Ҡайһы берәүҙәрҙе баланың өйҙә тыныс булып та, тиҫтерҙәре араһында тиҙ ҡыҙыуы, уларға ҡул күтәреүе, уҡытыусы йә тәрбиәсе менән һүҙгә килешеүе уйға һала, икенселәрен башҡа ерҙә үҙен ипле тотҡан баланың өйҙә ен алмашынған кеүек булыуы, ата-әсәһе менән тупаҫ мөғәмәлә итеүе хайран ҡалдыра. Балаһының башҡаларға ярһып ябырылыуын йә иһә ҡулындағы уйынсыҡты ботарлап ташлауын күреп тә ата-әсә албырғап ҡала.
Агрессия — ул ниндәйҙер эштең килеп сыҡмауына, тыйыуҙарға һәм сикләүҙәргә ҡарата тыуған яуап. Балалар агрессияһы мәктәпкәсә осорҙа йылдан-йыл артһа, ете-һигеҙ йәштәргә ул баҫыла. Психологтар быны баланың кешеләр менән мөнәсәбәт ҡороуҙа ниндәйҙер тәжрибә туплауы, сетерекле хәлдән сығыу юлдарын табырға өйрәнеүе, башҡаларҙың уй-хисен һәм ҡылығын тыныс ҡабул итә алыуы менән аңлата.
Был осорҙа кескәйҙәргә, яза һәм сикләүҙәргә ҡарағанда, иғтибар, аңлау күберәк талап ителә. Ҡыҙыу холоҡло бала үҙе лә белмәҫтән "ҡуласа" эсендә ҡала — тирә-йүндәгеләрҙе үҙенән биҙҙерә, әммә башҡаларҙың һалҡын мөнәсәбәте асыуын арттыра ғына. Бындай балалар менән бер кем дә дуҫлашырға, уйнарға теләмәй, "һуғыш суҡмары" яңғыҙлыҡта тороп ҡала.
Агрессив тәртип өсөн язаға тарттырыу мотлаҡмы? Әгәр бала бер тапҡыр дыуамалланып үҙ маҡсатына өлгәшһә, башҡа ваҡытта ла шул юл менән эш итергә теләйәсәк. Әммә агрессия өсөн яза биреү уның көсәйеүенә генә килтерәсәк. Шелтә алғандан һуң бала, мәҫәлән, урамда һуғышып ҡайтыуын йә иһә өйҙә әйбер боҙоуын туҡтата, әммә агрессияның икенсе ерҙә сағылыуы ихтимал. Мәҫәлән, тиҫтерҙәренә төрлө насар ҡушаматтар таға башлай. Үҙенә йүнәлтеүе лә ихтимал (был күренеш аутоагрессия тип атала): төрлө ауыртыныуҙар тыуҙыра, үҙе тураһында йәмһеҙ, насар ваҡиғалар уйлап сығара.
Баланың бындай ҡылығын иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Тәртибенең өлкәндәргә оҡшамауын аңлатып үтергә кәрәк. Ата-әсә уға нимәнелер тыйырға хоҡуҡлы. Мәҫәлән, урамға уйнарға сығыуҙы, йәнһүрәт ҡарауҙы. Балаға шуны аңлатырға тырышығыҙ: беҙҙең һәр ҡылығыбыҙ, эшебеҙ ниндәйҙер эҙемтә килтерә, бала быны ни тиклем иртәрәк аңлаһа, уға кешеләр менән мөнәсәбәт ҡорғанда шул ҡәҙәр еңелерәк буласаҡ. Агрессив холоҡтан арыныу юҫығында эшләнгән тәүге ыңғай аҙымдарын, кескәй генә еңеүҙәрен дә күҙ уңынан ысҡындырып ебәрергә ярамай, уны хуплап тороу ыңғай тәртипте нығытыуға булышлыҡ итәсәк.
Ата-әсә шуны ла онотмаҫҡа тейеш: балаға кире энергияны сығара, унан ҡотола белеү мөһим. "Әгәр ҙә баланың туп тибеү мөмкинлеге юҡ икән, ул башҡа балаларҙы тибә башлаясаҡ", — тигән чех психологы Зденек Матейчик. Үтә әүҙем, тиҙ ҡыҙып барған балалар күберәк хәрәкәтләнергә ярата, шуға күрә уларҙы төрлө спорт түңәрәгенә бирергә кәрәк. Әгәр ҙә бындай мөмкинлек юҡ икән, өйҙә бәләкәй генә булһа ла спорт йәки уйын мөйөшө булдырыу мөһим: һикереү, йүгереү, үрмәләү, туп менән уйнау кеүек хәрәкәттәр аша бала агрессив энергияһын ыңғай маҡсатта файҙалана ала. Кире холоҡтан төрлө уйындар ярҙамында ла арынырға мөмкин. Мәҫәлән, ярһыуыңды, асыуыңды ҡағыҙға төшөрөү бер ни тиклем еңеллек килтерә.
Баланың агрессияһын иҫкәртергә теләгән ата-әсә иң тәүҙә үҙен ҡулда тота белергә, холҡо менән өлгө булырға тейеш. Ғаиләлә ҡаты мәғәмәлә менән осрашҡан бала бындай тәртипте башҡа урында ла ҡуллана башлай. Әгәр ҙә ул һуғыш-талашҡа ҡоролған фильмдарҙы йыш ҡарай икән, уның, еңелеү белмәҫ һәм бер ниндәй ҙә ҡанунға бойһонмаҫ герой йоғонтоһона эйәреп, үҙен шулай тота башлауы ихтимал.
Баланың тәртибе тураһында әңгәмәне уның менән икәүҙән-икәү генә ҡорорға кәрәк, башҡаларҙың шаһит булыуы был осраҡта артыҡ.