Эйе, бындай күренеш һәр кемгә таныш. Ҡайҙа ғына барма, һәр ерҙә ҡулындағы телефонына мөкиббән киткән кешеләрҙе күреү ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара. Һуңғы осорҙа барлыҡ уҡыусылар ҙа, студенттар ҙа ысынбарлыҡҡа ҡарағанда виртуаль тормошто яҡыныраҡ күргәндәй.
Заман башҡа — заң башҡа, тигәндәй, йылдан-йыл яңы технологиялар, мөғжизәләр барлыҡҡа килә. Компьютерҙар, кеҫә телефондары, затлы планшеттар тормошобоҙҙо биләне лә инде. Беҙ хәҙер Интернетһыҙ, кеҫә телефонһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.
Интернет — мәғлүмәт еткереүсе төп сығанаҡ. Ҡасандыр ниндәйҙер бер датаны асыҡлау өсөн шаҡтай күп ваҡыт талап ителһә, бөгөн бер нисә секунд эсендә донъя яңылыҡтары менән хәбәрҙар булыу мөмкинлеге бар. Ә унда бер инһәң, тиҙ генә сығырмын тимә! Көндән-көн яңыра барған сайттар, блогтар кешене үҙенә ылыҡтыра.
Йыш ҡына уйҙарым менән үткән йылдарға әйләнеп ҡайтам да, бәхетле булған икән бала сағыбыҙ, тип уйлап ҡуям. Күңел түрендәге яҡты иҫтәлектәр аша бала сағыма байҡау яһап, уны хәҙерге ҡыҙ һәм малайҙарҙың тормошо менән сағыштырып ҡарайым. Ғәжәп, һис тә уртаҡлыҡ табып булмай... Үҙебеҙҙең алтын бала саҡ, ниңәлер, бәхетлерәк тойола миңә.
Хәҙерге заман ҡыҙҙары һәм малайҙарының күп ваҡыты телевизор, компьютер алдында үтә. Кешеләрҙе бер мөйөшкә текләтеп ултыртыусы көскә эйә "ҡумта" эсендә ни генә юҡ! Кескәйҙәр яратып ҡараған әкиәт менән йәнһүрәттәр ҙә изгелек орлоғо сәсмәй. Элеккеләрендә гел яҡшылыҡ еңеп сыҡһа, хәҙергеләрендә бөтә нәмәне хәйлә менән йәки көс ҡулланып ҡына яулайҙар. Эскегә ҡоролған күңел асыуҙарҙы пропагандалаған тапшырыуҙар, сериалдар ҙа күбәйеп китте. Ә бит уларҙы күпме үҫмер онотолоп ҡарай! Шулар урынына дини, тарихи фильмдар күрһәтһендәр ине лә бит... Компьютер уйындарына килгәндә лә шул уҡ күңелһеҙ хәл: барыһында ла тиерлек атыш-үлтереш, ҡан ҡойош.
Балаларҙың урамда уйнауы ла һирәк күренеш. Саф һауала сана шыуып, өй төҙөп уйнауға ҡарағанда, компьютер алдында ултырыуҙы хуп күрә улар. Шуғалыр ҙа тиҙ генә сирләп баралар. Көндәр буйы экранға текәлеп ултырыу кешенең мейеһенә, күҙҙәренә зарар килтерә, уның зиһене тарҡала, хәтере ҡаҡшай. Бәйлелек сиренә юлыҡҡың килмәһә, үҙ-үҙеңде тота белергә өйрәнергә кәрәк.
Минеңсә, һәр ата-әсә балаһына виртуаль донъяның ыңғай сифаттарын да, зарарлы яҡтарын да ҙур түҙемлек, оҫталыҡ менән аңлата белергә тейеш.