Беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә?01.03.2013
Инвалид балаларға түләү өҫтәлде

Инвалид балаларға һәм бәләкәйҙән I группа инвалиды булғандарға социаль пенсия күләме 20 процентҡа (айына 8 704 һумға тиклем) арттырылды.
Йылдың үткән айҙары өсөн пенсия ҡабаттан иҫәпләнеп, ғаиләләргә яңы күләмдә киләсәк. Балаларҙы яҡлауҙы камиллаштырыуға йүнәлтелгән закон илдең 764 мең ғаиләһен пенсия менән тәьмин итеүҙе яҡшыртасаҡ.

Етем өсөн — 100 мең һум


Илдә етемдәрҙе уллыҡҡа алыусыларҙы дәртләндереү буйынса төрлө сара күрелә.
Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған сабыйҙарҙы йылы ҡосағына алырға баҙнат итеүселәр өсөн һәйбәт яңылыҡ бар: ғаиләгә бер тапҡыр 100 мең һум аҡса биреләсәк. Был сара уллыҡҡа алыныусыларҙың түбәндәге өс категорияһына ҡағыла: инвалид балаларға, бер туғандарға, 7 йәштән өлкәнерәк балаларға. Бөгөн Рәсәйҙең балалар йорттарында 128 меңгә яҡын етем тәрбиәләнә, яңы закон уларҙың 100 меңенә ҡағыласаҡ.

Пенсияға нисек йәшәргә?


Был мәсьәләнең өлкәндәрҙе борсоуҙан туҡтағаны юҡ. Пенсияның түбәнлеге һөҙөмтәһендә ололарҙың тормош сифаты яҡшыра алмай.
Айырыуса ауыл пенсионерҙары аҡсаға ҡытлыҡ кисерә, шуға күрә льготаға эйә булғандарҙың 80 проценты 795,8 һумлыҡ социаль хеҙмәттәр йыйылмаһынан баш тартырға мәжбүр.
Ветерандар һәм хаҡлы ялдағылар пенсия системаһының камил түгеллегенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Республика Советы Президиумының Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров ҡатнашлығында үткән сираттағы ултырышында ла һүҙ шул хаҡта барҙы. Тыл ветерандарын льготалар буйынса Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға тиңләштереү мәсьәләһен дә күтәрмәксе ветерандар.


Вернуться назад