Мәҙәниәтле йәмғиәт төҙөйбөҙ28.02.2013
Кисә Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, республикабыҙ Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, шулай уҡ район хакимиәте вәкилдәре, сәнғәт әһелдәре, ижади ойошмаларҙың етәкселәре ҡатнашты.

— Республика етәкселегенең мәҙәниәткә булған мөнәсәбәте Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға төбәлгән Мөрәжәғәтнамәһендә асыҡ сағыла, — тине сәләмләү һүҙендә Лилиә Ғүмәрова. — Һуңғы йылдарҙа беренсе тапҡыр ошо өлкәнең ысын хәленә ентекле анализ яһалды, уны үҫтереү буйынса аныҡ маҡсаттар ҡуйылды. Мөрәжәғәтнамәгә ярашлы, йыл һайын иң яҡшы ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 100 миллион һумлыҡ грант бүленәсәк, был өлкә хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ хәле яҡшыртыласаҡ, музыка мәктәптәре йыһазландырыласаҡ, мәҙәниәт усаҡтарының матди хәленә ҙур иғтибар йүнәлтеләсәк.
Республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сығышында былтыр башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны, шулай уҡ “2013—2018 йылдарҙа Башҡортостанда мәҙәниәттең һәм сәнғәттең үҫеше” маҡсатлы программаһы менән таныштырҙы, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын күтәреү мәсьәләһе лә ҡаралды.
— Ҡулайлаштырыуһыҙ хеҙмәт хаҡын арттырыу мөмкин түгел, — тине Әминә Ивний ҡыҙы. — Шуға ла урындағы етәкселеккә йыһаздар, тариф һәм штат буйынса артыҡ сығымдарҙы кәметергә кәрәк. Айырыуса билдәләп әйтәм: бында мәҙәниәт усаҡтарын бер-бер артлы ябыу тураһында һүҙ бармай.
Коллегия ултырышында йәш белгестәрҙе йәлеп итеүҙең, улар өсөн шарттар булдырыуҙың, тейешле хеҙмәт хаҡы түләүҙең мөһимлеге лә билдәләнде. Был көндә шулай уҡ хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды.


Вернуться назад