Гәзит юлдары — ҡанатлы һүҙҙәр28.02.2013
Гәзит юлдары — ҡанатлы һүҙҙәр– Юғары уҡыу йортон тамамлау яҡшы белгес тигәнде аңлатмай әле. Бының өсөн үҙ өҫтөңдә бик етди эшләргә кәрәк. Белемемде камиллаштырыу тураһында һүҙ алып барам. "Ғилемле меңде, белемһеҙ берҙе еңер", тибеҙ. Белемгә ынтылыш кеүек сифат минең күңелемә бәләкәйҙән, Туймазы ҡалаһында йәшәгәндә үк һалынған, бигерәк тә һаулыҡ һаҡлау йүнәлешендәге китаптарҙы уҡырға әүәҫмен, шулай уҡ көндәлек матбуғат менән дә даими танышып барыу яғындамын.
"Ауыл табибы" программаһына ярашлы Кушнаренкоға килеп эшләй башлағас та, матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға ҡарамаҫтан, бер нисә гәзит-журналға яҙылдым. Тимәк, киләһе айҙан алдыра башлаясаҡмын. Гәзиткә яҙылыу бер ҡасан да һуң түгел. "Башҡортостан" иһә — иң яратып уҡыған баҫмаларымдың береһе.
Табип һәм психолог Петр Лесгафттың рухи һәм физик йәһәттән көслө булып үҫкәндә генә бөтә сирҙәрҙе лә алдан иҫкәртергә мөмкин тип әйткәне ныҡ оҡшаны. Хәйер, ҡуйын дәфтәремә яҙып алған ошо ҡанатлы һүҙҙәргә дәлилде һеҙҙең гәзиттән таптым. Башта "Һаулыҡ һаҡлау", "Социаль мәсьәлә", "Экология", "Спорт һәм туризм" һымаҡ йөкмәткеле рубрикаларҙа донъя күргән мәҡәләләрҙе уҡып сығам. Ғөмүмән, ошо йүнәлештә мәҡәләләр тағы ла күберәк булһа һәм төрләндереберәк бирһәгеҙ ине.


Вернуться назад