Хәл итәһе мәсьәләләр бар28.02.2013
Хәл итәһе мәсьәләләр барБылтырғы йылға йомғаҡ яһау Нефтекамала ысын мәғәнәһендә байрамға әйләнде. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел: бөтә төр күрһәткестәр буйынса республикала дүртенсе урынды тотороҡло тотҡан ҡаланың һәр предприятие, ойошма һәм учреждениеһында хеҙмәттә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеп, башҡаларға өлгө булыусылар бихисап. Сараға иң-иңдәр саҡырылды. Ярты быуатлыҡ юбилей йылына аяҡ баҫҡан ҡала үҙенең алдынғы нефтсе һәм машина эшләүселәрен, төҙөлөш, еңел сәнәғәт тармағы эшсәндәрен, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ, йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәткәрҙәрен, шулай уҡ башҡа өлкәләрҙә фиҙакәр хеҙмәте менән дан ҡаҙаныусыларҙы тәбрикләне.

2012 йылда сәнәғәт предприятиелары 38,5 миллиард һумлыҡ тауар етештергән, төҙөлөш күләме 40 процентҡа артҡан. Һуңғы биш йылда тәүге тапҡыр бурыстарҙы 79 миллион һумға тиклем кәметеүгә өлгәшелгән. Иҡтисадтың ыңғай күрһәткестәре менән бер рәттән, башҡа һандар ҙа шатландыра: ҡала халҡы 135 меңдән артҡан, эшһеҙлек 0,9 процентҡа кәмегән. Халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге үҫкән, һөҙөмтәлә тауар әйләнеше 21 миллиард һум тәшкил иткән.
Хакимиәт башлығы Илүс Ғарифуллин билдәләүенсә, былтыр ҡала бюджетының 70 процентҡа яҡыны социаль өлкәне үҫтереүгә йүнәлтелгән. Дөйөм майҙаны 82 мең квадрат метр тәшкил иткән күп фатирлы алты һәм 347 шәхси йорт сафҡа индерелгән. Был күрһәткес буйынса Нефтекама республикала Өфөнән ҡала икенсе урында тора. Былтыр социаль тәғәйенләнешле биш ҡатлы йортто файҙаланыуға тапшырыу ҡала өсөн ҡыуаныслы оло ваҡиға булды: күп балалы ғаиләләр, етемдәр, уҡытыусылар 40 фатир алды. Шулай ҙа был мәсьәлә әле хәл итеүҙе талап итә: өс мең кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора, йорт һалыу өсөн ер алырға теләүселәр һаны ла 1700-гә еткән. Ҡала майҙанының ҡыҫыҡ булыуы һуңғыларға ярҙамды тотҡарлай. Әле Яңауыл һәм Краснокама райондары менән һөйләшеп ер бүлеү мәсьәләһе хәл ителә.
Һуңғы йылдарҙа Нефтекамала сабыйҙар һанының республика күрһәткесенән 10 процентҡа юғарыраҡ булыуын иҫәпкә алғанда, беҙҙә яңы бала табыу йорто төҙөү зарур. Мәктәпкәсә йәштәгеләрҙе балалар баҡсаһы менән тәьмин итеү ҙә — заман талабы. Быйыл тағы ике балалар баҡсаһын сафҡа индереү һәм икәүһен төҙөкләндереү бурысы тора. Бынан тыш, ҡаланың 25-се һәм 14-се биҫтәләрендә яңы мәктәп төҙөүҙең көнүҙәклеге билдәләнде. Ләкин был мәсьәләнең республика ярҙамынан тыш хәл ителеүе икеле.
Яңы биҫтәләрҙә инженер-техник хеҙмәтләндереү, магистраль селтәрҙәрҙе үҙ ваҡытында төҙөү, юлдар һалыу ҙа әлегә етерлек кимәлдә башҡарылмай, 44 километрлыҡ юл һәм тротуар төҙөкләндереүгә мохтаж.
Ҡалала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса ойошма юҡ. Был иһә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Ҙур сығым талап иткән был эшкә ныҡлап тотонорға ваҡыт, инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән дә ныҡышмалылыҡ талап ителә.
Спорттың төрлө төрҙәрендәге ҡаҙаныштары менән Рәсәй күләмендәге майҙанға сыҡҡан Нефтекамала спорт ҡоролмаларының етерлек булмауы, әлбиттә, спортсыларҙың бәкәленә һуға. Был йәһәттән дә башҡараһы эш байтаҡ әле.


Вернуться назад