Юлдар булһын елеп үтерлек28.02.2013
Урта быуат сауҙагәрҙәренә үк билдәле "Бөйөк ебәк юлы", дөрөҫөрәге, донъя сауҙа тармағында "Ҡәнәфер юлы" тигән ғәжәп исем алған мөһабәт транспорт юлы булып торған уның төньяҡ айырсаһы аҙаҡҡа табан Урал тауҙары аша көнбайыш менән көнсығышты тоташтырған ҡитға-ара тәүге юлға әүерелде.
Әлеге федераль М-5 трассаһы тап ошо легендар сауҙа юлы эҙҙәренән һалына ла инде. Уның өр-яңы тарихы үткән быуаттың урталарынан башлана. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң ил сәнәғәте, бигерәк тә оборона тармағы тыныс осорға йылдам күсеү менән бергә дәррәү үҫеүен дауам итте. Был бигерәк тә Волга буйы, Татарстан менән Башҡортостандың нефть һәм газ сығарыу тармағына ҡағылды. Тәүге участкалар тап бына ошо нефть промыслаларын хеҙмәтләндереү өсөн һалынды ла инде. Улар хәҙерге магистралдең нигеҙен тәшкил итә. 1958 йылда Советтар Союзы Хөкүмәтенең ҡарары менән "Куйбышев — Өфө — Силәбе" федераль автомобиль юлы төҙөлөшө дирекцияһы раҫланды.
Трассаның буйынан-буйына күләмле төҙөлөш башланды. Белгестәр, инженерҙар һәм төп юл һөнәрен үҙләштергән эшселәр, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, ул заман өсөн уңайлы асфальт юл булдырҙы. Уның төп өлөшө 6 тонна ауырлыҡҡа һәм тәүлегенә 3-5 мең автомобиль үткәреүгә иҫәпләп һалынды. Оҙаҡ ваҡыт был юл ил ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп килде.
— Радмир Зәүил улы, — тип мөрәжәғәт итәм мин "Һамар — Өфө — Силәбе" автомобиль магистрале идаралығы" начальнигы Радмир Ваһаповҡа, — үткән йылға хәҙер инде йомғаҡ яһарға мөмкин. Ул нимәһе менән иҫтә ҡалды?
— Әле беҙҙең идаралыҡ ҡарамағында дөйөм файҙаланыуҙағы 902 километр М-5 "Урал", М-7 "Волга", Р-240 “Өфө—Ырымбур” федераль автомобиль юлдары иҫәпләнә. Улар Рәсәй Федерацияһының өс субъекты — Башҡортостан Республикаһы, Ырымбур өлкәһе һәм Татарстан Республикаһы — аша үтә. Беҙ былтыр шуларҙың 200 километрҙан ашыуын йүнәттек, ҙур күләмдә үҙгәртеп ҡороу эше алып барҙыҡ.
Әлбиттә, беҙҙең ҡарамаҡтағы юлдарҙы тейешле хәлдә тотоуға 5,5 йылға иҫәп тотоп контракт төҙөү — алға бер аҙым булып тора, сөнки хәҙер подряд ойошмалары перспективаны күрә, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарай. Шуға ла лизинг юлы менән яңы техника ала. Әле 38 берәмек махсуслашҡан юл техникаһы алғандар.
Федераль юлдар селтәренең төп өлөшөнөң бынан 40 – 50 йыл элек төҙөлөүен иҫәпкә алып, беҙҙең алда торған төп бурыс — ошо юлдарҙы талаптарға ярашлы хәлгә еткереү. Өҫтәүенә Башҡортостандың транспорт тармағы эше төбәктең үҙәк иҡтисади-географик хәле, уның Рәсәйҙең көнбайышы менән көнсығышын тоташтырыуына бәйле. Бәлки, шуғалыр ҙа Рәсәй Президенты 2015 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында ҡатнашасаҡ дәүләт башлыҡтарының осрашыуын тап бына Өфөлә үткәрергә ҡарар иткәндер ҙә. БРИКС илдәре етәкселәренең осрашыуы ла ошонда үтәсәк. Был илдәр әлеге көндә йылдам үҫешеүсе иҡтисады менән айырылып тора. Ошоға бәйле ҙур эш атҡараһы бар. Федераль бюджеттан өҫтәмә аҡса бүленәсәк. Хәйер, федераль юл агентлығы ла юлдарҙың 85 процентын тейешле нормаға еткереү бурысын ҡуйҙы.
Рәсәй Президенты В.В. Путин билдәләүенсә, яҡындағы ун йылда юл тармағын финанслау күләме ике тапҡырға артасаҡ. Беҙҙең идаралыҡ миҫалында, уның һүҙе эшенән айырылмай, тип ышаныс менән әйтә алабыҙ. Әйтәйек, былтыр юлдарҙы йүнәтеүгә бүленгән дәүләт капитал һалыуҙарының күләме 3,5 миллиард һум тәшкил иткәйне, быйыл 7 миллиардҡа тиклем артты.
Бөгөн автомобиль юлдарын реконструкциялау, уларҙы заманса техник йыһазландырыу элементтары менән тәьмин итеү өҫтөнлөклө бурыс булып тора. Хәҙерге транспорт селтәренең үткәреү һәләтен иҫәпкә алғанда, ул Рәсәй буйынса уртаса 12 процент тәшкил итә. Ә Башҡортостан Республикаһы буйынса бер ни тиклем юғарыраҡ— 20 процент самаһы. Быйыл М-5 һәм М-7 юлдарында беренсе категориялы ике объектты сафҡа индереүебеҙҙе иҫәпкә алғанда, беҙҙең республикала тейешле талаптарға яуап биргән юлдарҙың оҙонлоғо тағы ла артасаҡ.
Беҙҙең идаралыҡҡа килгәндә, бер километр юлдың хаҡы башҡа төбәктәрҙәгенән байтаҡҡа кәмерәк. Был карьерҙарҙың сағыштырмаса яҡын, 100 – 150 километр алыҫлыҡта урынлашыуы менән бәйле. Инерт материалдарҙы ташыу арзанға төшә. Юлдарҙың сағыштырмаса арзанлығы уның сифатһыҙ булыуына ишара түгел.
Юлда һәләкәтте кәметеү — юл хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре алдына ҡуйылған төп бурыстарҙың береһе. Һуңғы йылдарҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге байтаҡҡа кәметелде. Мәҫәлән, 2003 йыл менән сағыштырғанда, М-5 "Урал" һәм М-5 "Волга" автомобиль юлдарында һәләкәттәр 5,7 тапҡырға кәмене, шул уҡ ваҡытта унда һәләк булған кешеләр һаны — 5,5, яраланыусылар һигеҙ тапҡырға аҙайҙы.
Төп стратегик маҡсатыбыҙ — төбәктең артабанғы социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итергә һәләтле хәүефһеҙ, тотороҡло федераль транспорт системаһы булдырыу. Кеше организмындағы ҡан тамырҙары уның йәшәүен тәьмин иткән кеүек, юлдар ҙа иҡтисадтың, тимәк, бөтә социаль өлкәнең йәшәүен һәм үҫеүен тәьмин итеүсе мөһим этәргес булып тора.