Халыҡтың ихтирамын һәм хөрмәтен яулау һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхеттер. Был ауылда Яхъя ағай барыһының да үҙ кешеһенә әүерелә. Оҫта лектор булып таныла, йыйылыштарҙа тамашасыларҙы сәғәттәр буйы ауыҙыңа ҡаратып тыңлатыу еңел түгел. Идеология эшенә лә ваҡыт таба, хужалыҡтағы мәшәҡәттәрҙе лә уға йөкмәтәләр.
Шауъяҙы башланғыс сәйәси мәктәбенең пропагандисы Яхъя Ноғоман улы дәрестәрҙе бик ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле итеп үткәрә. Программаның ауырлығына ҡарамай, материалды тыңлаусыға ябай тел менән аңлатыуға өлгәшә. Ялҡытҡыс та түгел, шаблонға ла юл ҡуйылмай. Шуға күрә лә зал һәр саҡ тулы була.
Мәҫәлән, Өфөлә ойошторолған ғилми-ғәмәли конференциялағы сығышын КПСС Өлкә комитетының беренсе секретары Зыя Нуриев юғары баһалай. Докладтың тулы вариантын республика гәзиттәре баҫа, телевидениеға тура эфирға ла саҡыралар мәктәп директорын. Ҡыҫҡаһы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡаны һәм мәғарифты үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн КПСС Өлкә комитеты Яхъя Мөнировты Почет грамотаһы менән бүләкләй. Бынан тыш, яңылыҡҡа ынтылыусыға Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы һәм "РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы" билдәһе тапшырыла.
Башҡорт теленә етди ҡарашКиң эрудициялылығы, юғары эш сифаттары, киләсәкте ҡайғыртҡаны өсөн 1969 йылда уны ошо төбәккә мәғариф бүлеге мөдире итеп тәғәйенләп күтәрәләр. Был вазифала 18 йыл тир түгә. Ике тиҫтәгә яҡын дәүер – әйтеүе генә анһат.
КПСС-тың Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советының "Йәштәрҙе дөйөм урта белемгә күсереүҙе тамамлау һәм киләсәктә дөйөм белем биреү мәктәптәрен үҫтереү тураһында"ғы ҡарары көсөнә инә. Башҡортостанда ошо ҡарарҙы балтастар беренселәрҙән үтәй. 1974 йылда Балтас районы Бөтә Рәсәй социалистик ярышында еңеүсе тип табыла, РСФСР Мәғариф министрлығының һәм Мәғариф, юғары мәктәп һәм ғилми учреждениелар хеҙмәткәрҙәре профсоюзы республика комитетының күсмә Ҡыҙыл байрағы менән бүләкләнә.
Мәғариф бүлеге мөдире Яхъя Мөниров белем усаҡтарының матди-техник базаһын яҡшыртыуға иғтибарҙы арттыра. Һандарға күҙ йүгертәйек. 1970 – 1985 йылдар арауығында районда 31 мәктәп, 11 балалар баҡсаһы, уҡытыусылар өсөн 48 фатир файҙаланыуға тапшырыла, туғыҙ интернат, төкәтмә, ашхана һәм алты оҫтахана төҙөлә. Өр-яңы мәктәптәр асылғас, балалар бер сменала уҡыуға күсә, алты йәше тулған кескәйҙәр әҙерлек кластарына йөрөй башлай.
Башҡортостандың тарихын, мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә айырыуса иғтибар йүнәлтелә, дәүләт телен башҡорт балалары ғына түгел, бүтән милләт вәкилдәре лә бөтә нескәлегендә өйрәнә.
1982 йылда республика мәктәптәрендә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы камиллаштырыу мәсьәләләренә арналған ғилми-ғәмәли конференция Балтас районында уҙа. Сарала мәғариф министры Сабир Йыһаншин, филология фәндәре докторы Вәли Псәншин, филология фәндәре кандидаты Әкрәм Бейеш, әҙиптәр Ғайса Хөсәйенов, Рәшит Шәкүр ҡатнаша. Район һәм ҡалаларҙан 450-нән ашыу вәкил килә.
"Хеҙмәткә өйрәтеүҙең матди базаһын нығытыу – өҫтөнлөклө йүнәлеш, – ти Танып ырыуы вәкиле. – Белем биреү учреждениеларында профилле йүнәлеш буйынса кабинеттарҙы йыһазландырҙыҡ. Урта мәктәптәрҙең бөтәһендә лә өлкән класс балалары өсөн ике-өс хеҙмәткә өйрәтеү бүлмәһе астыҡ. Хужалыҡтарҙа ла кабинеттар булдырыуҙы кәрәкле таптыҡ. Мәҫәлән, "Ленин-бүләк" колхозының оҫтаханаһында тракторсы-машинист әҙерләүгә, шулай уҡ Ленин исемендәге хужалыҡта, "Правда" колхозында был йәһәттән уй-ниәттәр матур ғына ине, эш көйлө барҙы".
Балтастарҙың балаларҙы хеҙмәткә өйрәтеү буйынса алдынғы тәжрибәһе республикаға киң таратыла. Был хаҡта телевидение тапшырыу әҙерләп күрһәтә, ваҡытлы матбуғат яҙып сыға, районда йыл да ғилми-ғәмәли конференция ойошторола.
Өлгөлө эш тәжрибәһе менән танышырға килгән СССР педагогия фәндәре академияһы академигы К.А. Иванович башланғысты хуплай. Мәртәбәле ҡунаҡты оҙатып йөрөгән министр Сабир Йыһаншин, райком секретары Ғәфүрйән Фәтҡуллин, Бөрө дәүләт институты ректоры Камил Әхиәровтар ҙа түгелгән хеҙмәткә юғары баһа бирә һәм уны республикаға таратыу тураһында һүҙ алып бара.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, Яхъя Ноғоман улы мәктәп эскәмйәһенән үк егет һәм ҡыҙҙарҙы төрлө һөнәргә өйрәтеүҙе, йәғни үҫмерҙе үҙаллы тормошҡа әҙерләүҙе күҙ уңында тота.
Бригадала урынлашҡан культстан бөтә мәҙәни һәм спорт-һауыҡтырыу эштәрен ойоштороу үҙәге һанала.
Аҡыллы етәксе башланғыс мәктәптәрҙә уҡытыу-тәрбиә эштәрен яҡшыртыуҙы үҙенең төп маҡсаты һанай. Өр-яңы мәктәптәр төҙөлә, класс бүлмәләре йыһазландырыла.
1983 йылда ун беренсе биш йыллыҡтың бурыстарын уңышлы атҡарып, арттырып үтәгәне өсөн Балтас районы Бөтә Союз социалистик ярышында еңеүсе тип табыла, үҙ сиратында СССР Мәғариф министрлығының һәм Мәғариф, юғары мәктәп һәм ғилми учреждениелар хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Үҙәк комитетының күсмә Ҡыҙыл байрағы менән бүләкләнә.
Ил ғәме менән янған кеше хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ята буламы?! Яхъя ағай күп йылдар Иҫке Балтастағы 1-се урта мәктәптә директор йөгөн тарта. Уҡыусыларҙы ауыл ерендәге иң кәрәкле, абруйлы һөнәрҙәргә һөйөү тәрбиәләүҙе үҙенә ниәт итә ул бында ла. Малайҙарҙың балта йәки сүкеш тә һаплай белмәүен нисек аңларға? Тупаҫ хата киҫекмәҫтән төҙәтелергә тейеш. Дөйөм алғанда, хеҙмәткә ихтирамлы ҡараш тәрбиәләүгә, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ эштәр ойоштороуға етди иғтибар бирә етәкселек.
Сығарылыш класс уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына еңел инеүенең сере ниҙә? Әлбиттә, ул мәктәптә алған төплө белемгә бәйле.
Бөрө дәүләт педагогия институты ғалимдары килешеү нигеҙендә фән юлын һайлаған уҡыусылар менән шөғөлләнә, шулай уҡ ҡыҙ һәм егеттәр ошо юғары уҡыу йортона өҫтәмә курсҡа йыш йөрөй. Үҫмерҙәр ғилми эштәрен уҡытыусылары һәм ғалимдар алдында яҡлай.
– Беҙҙең мәктәп ябай уҡыу йорто түгел, ә етәкселәр әҙерләү тәңгәлендә академия ролен үтәне, – тип ҡабатларға ярата Яхъя Мөниров. – Минең генә түгел, ғөмүмән, бүтәндәрҙең алдынғы уҡытыу алымын өйрәнегеҙ, бергә эшләгән йылдар бушҡа үтмәҫ, уның һеҙгә, бигерәк тә балаларығыҙға ла кәрәге тейер. Ҡулығыҙҙағы турғайға ғына ҡәнәғәтләнеп йәшәмәгеҙ, һауалағы торнаны ла тоторға ынтылығыҙ. Үҙем етәкселек иткән хеҙмәткәрҙәремде шулай дәртләндерҙем.
Иҫке Балтастың 1-се урта мәктәбендәге яҡшы итеп йыһазландырылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетынан ҡунаҡтар өҙөлмәй. Яхъя Ноғоман улының һүҙҙәренә ҡарағанда, улар шәкәр сөгөлдөрө һәм картуф үҫтереү өсөн ер ала. Йәшелсә мул уңыш бирә, ашхананан артып ҡалғанын һатып, аҡса ла эшләйҙәр. Уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙары – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй халыҡ мәғариф отличнигы Зөһрә Исламова, Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәрҙәре – Фларида Ғәлләмова, тәжрибә-һынау участкаһы мөдире Венария Кәримова һәм башҡалар уға теләктәшлек күрһәтә – уларҙың барыһына ла рәхмәте сикһеҙ.
1997 йылда төбәктә тәүге тапҡыр профилле, ә биш йылдан һуң лицей кластары асыла, тәҡдимде элекке район хакимиәте башлығы Айрат Мәғзүмов хуплай.
2000 йылда Балтас районында мәғариф идаралығы етәкселәренең һәм туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса методистарҙың "Диалект шарттарында башҡорт телен өйрәнеү" темаһына арналған республика семинар-кәңәшмәһе уҙғарыла.
Башҡорт ҡоролтайҙарын йөкмәткеле итеп уҙғарыуға ла бар көсөн һала Танып уҙаманы.
Йәндәрҙе балҡытыусы, аңдарҙы яҡтыртыусыАлтын һүҙҙәр! Яхъя Мөниров тураһында ла шулай әйтергә тулы хаҡыбыҙ бар. Дөйөм мәғариф үҫешен хәстәрләүсе, ил кимәлендә Башҡортостанды данлаусы ла ул, тәү сиратта шуны күҙ уңында тотам.
Татыу ғүмер иткән ғаилә генә бәхетле. Яхъя Мөниров һөйөклө ҡатыны Илүсә Хәсән ҡыҙы менән (ул Ҡарғалы ауылынан) 56 йыл бергә, ауыр саҡта бер-береһендә терәк-таяныс таптылар, шатлыҡ-ҡыуаныстар иһә йәшәүгә дәрт-дарман өҫтәне, киләсәккә өмөт уятты.
Балалар – ата-әсәнең көҙгөһө, тигән әйтемде йыш ишетәм. Бынамын тигән өс ул, сәскәләй бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Һәммәһе лә юғары белемле: Зөһрә медицинаны һайлай, Ильяс менән Рөстәм юғары дәүләт органдарында хеҙмәт итә, Илдар иһә – төҙөлөш тармағында. Ейән-ейәнсәрҙәре лә уңыштары менән ҡыуандыра. Мәҫәлән, ике юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған Алһыу әле илебеҙҙең баш ҡалаһында хеҙмәт күрһәтә, Вадим фән юлын һайламаҡсы, Аделия тағы бер вузды тамамлаясаҡ, Артур Өфө дәүләт авиация техник университетында белем ала, Эвелина Санкт-Петербургта уҡый, Альбина – IX класта.
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз ватаныңды һөйөү тойғоһо тыуған илеңдең уңыштарын да, хәсрәтен дә күңелең аша кисереп, яҙмышын да уртаҡлашып йәшәүҙән тыуа. Был һүҙҙәр, минеңсә, ҙур йөрәкле Яхъя Мөнировҡа ғына төбәлгән кеүек...
(Аҙағы. Башы 40-сы һанда).