Мышы хаҡы27.02.2013
Әбйәлил район суды Силәбе өлкәһендә йәшәгән ирҙән мышы атҡаны өсөн 138 мең һум түләтергә ҡарар итте. Былтыр ноябрҙә ул рөхсәтһеҙ һунар иткән. Элегерәк суд уға 15 мең һум күләмендә штраф һалғайны, әле Прокуратура тәбиғәткә килтерелгән зыянды ҡаплатыуҙы талап итте, тинеләр республика ведомствоһында.
Мәсетле районында ла полицейскийҙар урман бурҙарының эҙенә төшкән. Һунар итеүгә рөхсәт ҡағыҙы булмағас, браконьерҙарҙың мылтыҡтары тартып алынған һәм уларға ҡарата енәйәт эше асылған.
Уҙған ял көндәрендә “Браконьер” операцияһына ярашлы полицейскийҙар республикала 38 тәртип боҙоу осрағын асыҡлаған. Әле тикшереү үткәрелә. Һөҙөмтәләр буйынса ҡаты сара күреләсәк.