“Йомағужа” ышаныслыраҡ27.02.2013
Йомағужа ГЭС-ында 2012 йылдың 1 ноябренән капиталь ремонтта булған 3-сө гидроагрегат файҙаланыуға тапшырылды.

— Ярайһы уҡ ҙур эш башҡарылды. Ремонт Яр Саллы ҡалаһындағы предприятиеларҙың береһендә үткәрелде, — тине “БГК” йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса төп белгесе Николай Байрамов.
Гидроагрегаттың ышаныслылығын арттырыу өсөн турбина ҡапҡасындағы нығытмалар алмаштырылған. Элегерәк ундай эш айырым иғтибарға алынмай ине, әммә Саян-Шушенск ГЭС-ындағы авариянан һуң был талап мотлаҡ үтәлергә тейеш.
Компанияның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ҡулайламаның бөтә узелдары, өлөштәре ентекле тикшерелгән, ремонтсылар үҙ алдына ҡуйылған бурысты тулыһынса атҡарып сыҡҡан.


Вернуться назад