Тәртип һаҡсылары бүләкләнде27.02.2013
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында Салауаттан өс полицейскийға наградалар тапшырылды.

Былтыр августа улар үҙҙәре хеҙмәтләндергән биләмәне тикшереү барышында бер фатирҙың яныуына шаһит була. Асыҡланыуынса, унда кескәй ҡыҙ яңғыҙ ҡалған. Полицейскийҙар кисекмәҫтән ярҙамға ашыға, сабый ҡотҡарыла. Баҡһаң, баланың әсәһе ул көндө икенсе сменала эшләгән, ә үгәй атаһы ҡайҙалыр киткән булған.
Отставкалағы полиция майоры, элекке өлкән участка вәкиле Алексей Дементьев һәм полиция капитаны Илфат Тоҡомбәтов “Янғындан ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Салауат ҡалаһы буйынса участка вәкилдәре бүлексәһе начальнигы капитан Александр Скрипникка Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәхмәте белдерелде.


Вернуться назад