Ярҙамға өмөт итеп киләләр27.02.2013
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Өфөләге йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә көн һайын тиерлек эш ҡайнай. Халыҡ айырыуса Рәсәй кимәлендәге депутаттарҙың ярҙамына өмөт менән килә икән.
Дүшәмбе Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов граждандарҙы ҡабул итте. Уның менән аралашыу өсөн ике тиҫтәгә яҡын кеше яҙылғайны. Иршат Юнир улы уларҙың һәр береһе менән ихлас мөғәмәләлә булды, сара өс сәғәттән ашыу барҙы. Депутаттың Афғанстан, Чечня һәм башҡа урындағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡанлығын күптәр белә. Дәүләт Думаһында ла ул башлыса хәрбиҙәргә бәйле мәсьәләләр менән шөғөлләнә. Шуға күрә Иршат Фәхретдинов менән осрашыуға килгәндәр араһында хәрбиҙәрҙең һәм уларҙың ҡатындарының күпселекте тәшкил итеүе һорау тыуҙырмай. Мөрәжәғәттәрҙең бөтәһе лә тиерлек уларҙан булды. Төп проблема торлаҡ мәсьәләһе ине.
Ҡабул итеүгә арналған тулыраҡ мәҡәлә гәзиттең киләһе һандарында баҫыласаҡ.