“Башҡортостан”ға ҡайҙа нисек яҙылалар?16.12.2011
Киләһе йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу осоро тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. 30 декабрь — аҙаҡҡы көн. 12 декабргә ҡарата яҙылыу барышы буйынса мәғлүмәттәргә күҙ һалайыҡ. Бында һәр район һәм ҡалала йәшәгән милләттәштәребеҙҙең иҫәбе, 2006 йылдағы, быйылғы тираж һәм киләһе йылға яҙылыусылар һаны сағыштырып күрһәтелә.
Шуныһы һөйөнөслө: Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Илеш, Дүртөйлө райондарында, Нефтекама, Ағиҙел ҡалаларында гәзитебеҙҙең дуҫтары күпкә артыуы күҙәтелә. Ә инде Белорет, Благовещен, Саҡмағош, Федоровка, Ейәнсура, Мишкә, Ҡыйғы, Дыуан райондарында “Башҡортостан”ға яҙылыу һүлпән бара. Әлбиттә, яуаплы осорҙа беҙҙең хәбәрселәр ҙә тик ултырманы. Һәр район, ҡалаға барып, халыҡ менән осрашыуҙар үткәрҙе, йәш быуынды ылыҡтырыу маҡсатында мәктәп-гимназияларҙа, башҡа уҡыу йорттарында даими сығыш яһаны. Күҙгә-күҙ осрашып әңгәмәләшеүҙәр үҙ емештәрен бирә, әлбиттә. Тап шул төбәктәрҙә дуҫтарыбыҙ артыуы ҡыуаныслы хәл.
Гәзит уҡыусылар почта хеҙмәткәрҙәренең эшен яҡшыраҡ ойоштороу теләген дә еткерҙе. Мәҫәлән, ҡайһы бер ауылдарҙа почта аҙнаһына бер-ике тапҡыр ғына таратыла икән. Был бәләкәй эш хаҡы, кадрҙар етмәүе менән бәйле, күрәһең.
Редакция үҙенең тоғро дуҫтарына быйыл да тос бүләктәр әҙерләне. Киләһе йылға яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәргән гәзит уҡыусыларыбыҙ ғинуар айында лотерея уйынында ҡатнашасаҡ.
Әммә иң мөһиме — “Башҡортостан” гәзите ярты йыл буйына һеҙҙең мәнфәғәтегеҙгә хеҙмәт итер, яңы йылда ла рухи хазина булыр.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!