Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте27.02.2013
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, газ тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, хеҙмәттә өлгәшкән уңыштары һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн “Газпром ПХГ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте филиалы — Ҡансура ер аҫтында газ һаҡлау идаралығының технологик ҡорамалдар операторы Насиров Ғәли Исмәғил улы Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде.
* * *
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән яҙыусы Бүләков Флорид Миңлемулла улына “Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратындағы мәғлүмәт технологиялары, сәнәғәт, энергетика, фән һәм инновациялар департаментының сәнәғәт һәм энергетика бүлеге мөдире Березин Борис Николаевич Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.


Вернуться назад