Миңлебай Дилмөхәмәтов, ат санаһына аяғүрә баҫып, ауылды байҡай-байҡай өйөнә ҡайтып бара. Һикһәнде уҙҙым, тип түрҙә ял итеп ултырырға йыйынмай әле ул. Ана бит, башҡараһы эше күп.
Ике-өс йыл элек, һыу мәсьәләһе килеп тыуғас, ауылдаштарын урамға алып сығып ҡойо ҡаҙҙыртҡайны. Быйыл ауыл ситендә тирә-яҡты йәмһеҙләп ятҡан сүплекте икенсе ергә күсерәһе, уның өсөн махсус урын булдыраһы бар. Тағы ла Үтәймулла халҡының ғүмер буйы батҡаҡҡа батып йөрөүенә сик ҡуйырға — ауыл эсенә асфальт йәйҙертеүҙе хәстәрләргә — кәрәк...
Заманында ауылдаштарын балға сумдырған элекке умартасы әле лә тормоштоң әсеһен бөтөрөргә, уны саҡ ҡына булһа ла татлыраҡ итергә ынтыла. Был һәләте йәмәғәте Тәслимә Әхәт ҡыҙы менән ҡорған уртаҡ тормоштарында ла сағыла: 56 йыл эсендә үҙ-ара тәмһеҙләшеп, һүҙ атышып ултырғандары булманы. Шуға күрә йәшлектәге тәрән хистәре һикһәндә лә һүрелмәй, киреһенсә, күҙ ҡараштарынан, яғымлы итеп һөйләшеүҙәренән, мәжлестәрҙә икәү башҡарған моңло йырҙарынан урғыла. Әйтерһең, береһе һаман да — Мораҙым ауылынан килгән уҡытыусы ҡыҙ, икенсеһе — Үтәймулланың аҫыл егете.
— Ағайығыҙ ауылда иң уңған, аҡыллы, тәртипле егет ине. Уға барып яңылышманым, сөнки ишле ғаиләбеҙҙе балда-майҙа ғына йәшәтте, — ти Тәслимә Әхәт ҡыҙы.
Ҡатыны ошо ике һөйләм менән генә иренең дәрәжәһен күтәреп ебәргәс, ғаилә башлығы ла һүҙгә ҡушыла.
— Уҡытыусы эше тынғыһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең биш баланы матур итеп тәрбиәләргә лә ваҡыт еткерҙе: тәнәфестә йүгереп ҡайтып, сабыйҙарҙы ашатып, имеҙеп китер ине. Ҡәйнәһе менән ғүмер буйы бер өйҙә аңлашып йәшәгән күндәм килен дә булды. Мин умарталыҡҡа эшкә күскәндә ныҡ ярҙам итте, сөнки был кәсепте яҡшы белә ине. Шулай итеп, уртаҡ тырышлыҡ менән 21 умартаны 150-гә еткерҙек, — ти ул.
Бал ҡорттарының егәрлелеге, тынғыһыҙлығы үҙҙәренә лә күскән, тиерһең — һаман да йәштәргә биргеһеҙ әүҙемлек менән йәмәғәт тормошонда ҡайнайҙар. Миңлебай Дилмөхәмәт улы ауыл хәлдәре өсөн янып-көйөп гәзиткә мәҡәләләр яҙа, кәрәкһә, район түрәләренә барып ҡайтырға ла ҡыйынһынмай. Аш-һыуға оҫта Тәслимә Әхәт ҡыҙына ла үтәймуллаларҙың йомошо йыш төшә: теге йәки был сараға ҡабарып торған ҡалас бешертәләр, сөсө генә кәзә ҡымыҙы яһаталар.
Мөхәббәтле ғаиләләрҙә генә бәхетле балалар тыуа, тиҙәр. Был һүҙҙәр Баймөхәмәтовтарҙың татыу парлы тормошта йәшәгән ул һәм ҡыҙҙарына ла ҡағыла.
– Ял һайын бер-бер артлы ҡайтып, хәл белешеп торалар. Хәҙер ейәндәр ҙә ҙурайҙы: береһе — яңы машинаһын, икенсеһе дипломын күрһәтеп, ҡыуаныстары менән уртаҡлашып китә, — тип һөйөнә ололар.
Уларҙы тыңлап ултыра торғас, сит илдәрҙән килеп ингән "баллы туй" тигән һүҙбәйләнеш иҫкә төштө. Туйҙан һуң сәйәхәт ҡылып, уртаҡ тормоштағы тәүге айҙы иң сағыу мәл тип ҡабул итеүгә бәйле был. Үтәймулла ауылында йәшәүсе Тәслимә менән Миңлебай Баймөхәмәтовтар ғаилә ҡорған дәүерҙә ундай йола булмаған, әммә улар бер айҙы ғына түгел, тотош ғүмерҙәрен балдай татлы итеүгә өлгәшкән.
Республикабыҙҙа былтыр 34 229 пар уртаҡ тормош ҡорһа, 17 837 ғаилә тарҡалған. Иң аяныслыһы — өлкәндәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай белмәүе арҡаһында балалар тәрән күңел тетрәнеүе кисерергә мәжбүр.
Ир менән ҡатын араһындағы һөйөү хистәрен нисек һүрелдермәҫкә? Уртаҡ бәхетте нисек ҡорорға? Ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсатында "Ғаилә мәктәбе" тигән яңы рубрика асабыҙ. Унда "алтын" парҙарҙың тормошонан өлгө алырбыҙ, һоҡланғыс ғаиләләрҙең бәхет серен уртаҡлашырбыҙ, психологтар һәм башҡа белгестәр менән әңгәмә ҡороп, тәжрибә тупларбыҙ.