Сараһыҙҙан асҡан магазин27.02.2013
Кемдәрҙер, бәлки, "Йорт өсөн тауарҙар" шәхси предприятиеһы директоры Эрнест Хажиевтың эшенең уңышлы барыуын күреп, аҡса көн дә өҫтәренә яуа, тип уйлайҙыр.
Эйе, эшҡыуарҙың сауҙаһы яйға һалынған: ул төҙөлөш һәм йорт кәрәк-ярағы һатылған бер нисә магазинға хужа. Ә бына элек һис тә башына инеп сыҡмаған был шөғөлгә этәргән сәбәпте беләләрме икән? Юҡтыр, моғайын. Сараһыҙҙан мәжбүр була быға саҡлы тимер-томор менән булышҡан ир-уҙаман. Оҙаҡ йылдар эшләгән ойошма ябылғас, эшһеҙ ҡала. Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, тигәндәй, төрлөһөн уйлап ҡарай, нисек яңы шөғөл табырға тип байтаҡ баш вата. Берәй төр тауар етештереүгә бәйле бәләкәй предприятие асыр ине, мәшәҡәте ҙур, ифрат күп аҡса кәрәк. Кредитты күпме кәрәкһә, шунса бирәләр ҙә бит, тик банк ҡуйған проценттың юғарылығы ҡурҡыта.
Һөнәре буйынса инженер һәм бригадир булараҡ бай тәжрибә туплаған белгес тәү мәлдә шулай баш вата. Заманында Мәскәүҙә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ике тапҡыр ҡатнашыуын да иҫкә төшөрә. Үткән тормошон барлай, киләсәген күҙалларға ынтыла. Ниһайәт, кредит алырға тәүәккәлләй. Төҙөлөш һәм йорт кәрәк-ярағы менән һатыу итеүҙе һайлап, отолмай. Хәҙер етештереүселәр ҡайҙарҙан ғына мөрәжәғәт итмәй! Хатта үҙҙәре үк килтереп бирә. Ростовтан, Татарстандан һәм башҡа яҡтарҙан тәьмин итеп торалар. Конкуренция ла көндән-көн көсәйә, ләкин Эрнест бирешмәй: беренсенән, тәжрибәһе ярҙам итә, икенсенән, үҙен ышаныслы партнер итеп танытҡан. Эрнест Ғәлимбәк улы асыҡтан-асыҡ һөйләшеү-килешеүҙе генә таный. Тауар хаҡын ҡиммәтләтеү ҙә файҙаға түгел, тип иҫәпләй ул.
Хәҙер "Хажиев" шәхси предприятиеһында ғаилә ағзаларының барыһы ла эшләй. Ҡатыны менән бынамын тигән өс ул тәрбиәләгән, һәр береһе үҙ донъяһын ҡорған.
"Эврика" тип аталған магазинының да исеме есеменә тап килә тиһәк, яңылышыу булмаҫ. Бында йорт һәм төҙөлөш өсөн йәнең теләгән тауар бар. Әйткәндәре раҫ — хаҡтары һис тә өркөтөрлөк түгел. Ул йәнә 15-ләп кешене эш менән тәьмин иткән. Магазин өсөн биналарҙы һатып та алғандар, үҙҙәре лә төҙөгән. "Кредиттан баш сыҡмай, әммә тәүәккәлләмәй ҙә булмай", — тип алға ҡарап йәшәй эшҡыуар.