Бәрәкәт тыуған ерҙә икән27.02.2013
Бәрәкәт тыуған ерҙә икән“Үә-үә...” Сабый уянды. Өй эсендә тауыш сығарырға ла баҙнат итмәйенсә, бесәй һымаҡ һаҡ ҡына баҫып йөрөгән, бишек эргәһендә бер-береһе менән шыбырҙап һөйләшкән Ханнан менән Сажиҙә ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.

— Әс-сәй, бәпәй уянды-ы! — тип сәпәкәйләне алты йәшлек ағай кеше.
— Әйҙә-ә, әс-сәй, Хансура мәмәй һорай... — Өс йәшлек һеңлеһе кесе яҡҡа йүгерҙе.
Өй эсенә йән-йәм инде. Йүргәк эсендәге сабый кирелде — ирендәрен ослайтып, “суп-суп” эҙләне, өлкәнерәктәре бишек тирәләй һикереште, атай кеше әйтеп аңлатҡыһыҙ ғорурлыҡ кисереүен етди сырай артына йәшерергә тырышты, әсә иһә бәләкәсе эргәһенә ашыҡты...
Әҙәм балаһы өсөн ошонан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?! Бер-береһен иш итеп тапҡан йәштәр ҡауышҡан саҡта уҡ хыял диңгеҙендә гиҙеүсән. Офоҡ-киләсәккә табан елкәндәрен кирәләр ҙә, тормош еленең ыңғайын һайлап, маяҡтарына табан юл алалар. Ике йөрәкте бер бөтөн итерлек сабыйҙары донъяға килһә, маҡсаттар ҙа, мәшәҡәттәр ҙә уртаҡҡа әйләнә.

Фидан менән Таңһылыуҙың танышыу-ҡауышыуы миллиондарҙың береһенән дә айырылмай. Йыр-моңға, бейеүгә оҫта, ойоштороу һәләтенә эйә булған ҡыҙҙы Яңы Усман ауылы мәҙәниәт йортона художество етәксеһе итеп эшкә ебәрәләр. Быға тиклем ул районда үткән “Һылыуҡай” конкурсында гран-при алған була. Моғайын, ошонда үткер, отҡор ҡыҙ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күҙенә салыналыр ҙа. Нәҡ шул саҡта халыҡ телендә Тарауыл тип йөрөтөлгән ауылға һалдат ҡайтып төшә: хеҙмәттә сыныҡҡан, типһә, тимер өҙөрлөк, ҡыйыу... Етмәһә, ҡыҙҙың күңелен арбаған был сифаттарға өҫтәп, егеттең баҫалҡы, уңған, һәр эшкә лә оҫта булыуы тураһында еткерәләр. Таңһылыу уның шулай икәнен былай ҙа күреп-белеп йөрөй. Шуға ла, осрашыуҙарына алты ай тигәндә, ғүмерлеккә сәстәрен сәскә бәйләргә ризалығын бирә.
Бер кемгә лә сер түгел: Бөрйән яғы, тәбиғәткә бай булһа ла, сәнәғәт үҙәге түгел. Шуға ла йәштәр Сибай, Баймаҡ, Белорет, Өфө тирәһенә тартыла, хатта унан да ары китә. Фидан да, кем әйтмешләй, ил гиҙеп ҡайта.
Бәрәкәт тыуған ерҙә икән— Өфөлә, Себерҙә йөрөгәндә, — ти ул, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, — үҙебеҙҙең Бөрйәндә лә ошо саҡлы ғына аҡса эшләп булғанлығын аңланым.
Ысынлап та, күпме ир-ат бөгөн, аҡса булһын тип, ситтә йөрөргә мәжбүр. Ошо арҡала ғаиләләр тарҡала, балалар атаһын күрмәй үҫә... Аҡса һаман етмәй ҙә етмәй, төпһөҙ мискәгә ташылған һыу һымаҡ, һеңә лә һеңә. Уның менән бергә һаулыҡ бөтә, яҡындарыңдан алыҫлашҡаныңды һиҙмәйһең. Баҡһаң, ала белһәң, эш, килем-сығым эргәлә генә икән.
Фидан ситтә быны яҡшы аңлай. Шуға ла ауылына, ғаиләһе эргәһенә ҡайта. Шулай бер мәл атаһының ҡустыһы Йәүҙәт өйлөк ағас алған була. Киҫеп, бураһына бүлгәндән һуң, ағастан ике өлөш “осо” ҡала. Ярҙамлашҡан байы ошоларҙы һорап алып, Фидан дүрт мунса бураһы бурата. Атаһы Тәлғәт ағай, бер туған ағаһы Данияр ныҡ ярҙам итә. Таҡта, башҡа кәрәк-ярағын да ҡушып, “КамАЗ” яллап, уларҙы Өфөгә илтеп һаталар. Аҡсаһына Ырымбурҙан “ЮМЗ” тракторы алалар. Техникаң булһа, ауыл ерендә йәшәүе лә, эш табыуы ла еңелерәк. Ошолай итеп, Мәжитов та баҙар тигән аяуһыҙ “тәгәрмәс” ыңғайына әйләнә башлай. 2011 йылдың көҙөнә шәхси эшҡыуар булып теркәлә. Тракторҙан артып ҡалған аҡсаға тағы аҙыраҡ ҡушып, ул тәүҙә аукцион аша 150 кубометр ағас һатып ала. Уларынан да мунса буралары, таҡта, ҡайын утын сығара. Образлы итеп әйткәндә, сыбығын да әрәм итмәйенсә, һәр нәмәһенән файҙа алырға тырыша. Әлбиттә, ҡыйынлыҡтарһыҙ булмай: йә трактор боҙола, йә тейәп ебәргән бураһы тарала... Ләкин Фидан шуға ҡат-ҡат инана: әллә ҡайҙарҙа бәхет эҙләп йөрөгәнсе, нисек кенә ҡыйын булһа ла, үҙ эшеңде асып, ғаиләңде ҡарарлыҡ килемде тыуған ереңдә алырға кәрәк. Үҙең генә түгел, балаларың да кендек ҡаны тамған ғәзиз еркәйендә төпләнгәндә генә йәшәү мәғәнәһе бар.
Быйыл Фидан, бензин яғып эшләй торған пилорама һатып алып, нигеҙҙә таҡта ярыу менән шөғөлләнә башлаған. Бик күп табыш алмаһа ла, ҡәнәғәт, сөнки уның төп ниәте аҡса һуғыу түгел, ә туғандарына, ауылдаштарына килем сығанағы булдырыу, урындағы иҡтисадҡа замансалыҡ өҫтәү. Цехты асыу мәсьәләһен хәл иткәндә лә атаһының, Данияр ағаһының ныҡлы ярҙамын тойған. Ҡоролманы урынлаштырыу, көйләү, биләмәне кәртәләү, тәүге сеймалды һатыуға тәҡдим итеү — барыһы ла күп ваҡыт ҡына түгел, ҡул, аҡыл һәм ихтыяр көсө лә талап итә бит.
— Ауылды, ерҙе, милләтте, телде һаҡлау, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу тураһында хәҙер күп һөйләйҙәр. Ошо маҡсаттарҙың барыһы ла үҙ-ара бәйле ул. Төп нигеҙҙең иман икәнлеген дә иҫтән сығарырға ярамай, — ти Фидан. — Беҙҙе бөгөнгө хәүефтәрҙән дин генә аралап ҡала ала икәнен аңлай башланым. Бына әле ауылыбыҙҙа был йәһәттән әүҙемлек күҙәтелә, бер-бер артлы ике мәсет асылды. Яман ғәҙәттәрҙән, буталсыҡ уйҙарҙан азат кешеләр эшләй, ғаиләһен ҡарай, ишәйтә, ә был — ауылдың киләсәге. Беҙ йәшәһәк, мәктәптәр ҙә ябылмаҫ, тел дә онотолмаҫ, ер ҙә ситтәр ҡулына ҡалмаҫ.
Әйткәндәй, улы Ханнан фәҡәт атаһынан өлгө алмаҡсы. “Ҙурайғас, фермер булам, күп итеп мал аҫрайым, мәсеткә йөрөйөм”, — тип хыял ҡора ул.


Вернуться назад