“Ҡояшҡай” өмөттө нығытты27.02.2013
Быйыл үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Нефтекамала кескәйҙәрҙе мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары менән тәьмин итеү буйынса эш ырамлы бара. Башҡаса булыуы мөмкин түгел, сөнки бында һуңғы йылда донъяға килгән сабыйҙар һаны республикалағы уртаса күрһәткестән 10 процентҡа юғарыраҡ.
Балалар баҡсаһына сиратта тороусыларҙың күплеген иҫәпкә алып, урындағы хакимиәт был проблеманы йәһәтерәк хәл итмәксе. Былтыр, мәҫәлән, бинаһы быға тиклем башҡа маҡсатта файҙаланылған, 280 урынға иҫәпләнгән 7-се баҡса яңыртылып, сабыйҙар өсөн ишек асты, ә ике учреждениела 48 тәрбиәләнеүсене ҡабул итерлек өҫтәмә төркөмдәр ойошторолдо. Заманында ябылған 27-се баҡсаға капиталь ремонт үткәрелә, 31 миллион һумлыҡ эш башҡарылған да инде. Уны быйыл сафҡа индереү күҙаллана. 25-се биҫтәлә лә яңыртылған баҡса тиҙҙән үҙ ишектәрен асасаҡ.
Әле ҡаланың ике яңы биҫтәһендә заманса балалар баҡсаһы төҙөү планға ярашлы дауам итә. Ошо көндәрҙә ҡалала һуңғы 20 йыл эсендә тәүге 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды. “Ҡояшҡай” тип аталған 41-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы үҫеш мөм-кинлеге киң булған яңы биҫтәлә урынлашҡан. “Йыл аҙағынаса өс йәшкә тиклемге балаларҙың барыһын да урынлаштырып бөтәсәкбеҙ”, — тине Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Илүс Ғарифуллин.
Өр-яңы бина Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы заказы буйынса төҙөлдө. Төп подрядсы ойошма — Өфөнөң “ЭСТРА” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшен сифатлы башҡарҙы. Баҡса кәрәкле мебель һәм ҡорамалдар менән тейешенсә йыһазландырылған, бының өсөн федераль бюджеттан — 1,3, ә урындағы ҡаҙнанан 1,4 миллион һум аҡса тотонолған. Спорт һәм музыка залдары, изостудия, махсус сәләмәтләндереү кабинеттары, спорт майҙансыҡтары һәм уйын комплекстары – барыһы ла кескәйҙәрҙе физик, әхлаҡи яҡтан һау-сәләмәт итеп тәрбиәләргә ярҙам итәсәк.