Балҡып үтте ғүмере27.02.2013
Ололар менән олпат булып, йәштәр менән йәштәрсә ихлас һөйләшер ине Сәғит ағай Әлибаев. Легендар шәхес 80 йәшен билдәләр алдынан, 1973 йылдың ноябрендә, фани донъянан китеп барҙы. Уның тыуыуына хәҙер — 120 йыл. Шәхестең үткән юлы хаҡында йыш иҫемә төшөрәм, төбәктә һайлаусылар менән осрашыуын, ихлас әңгәмәләшеүен күҙ алдынан үткәрәм...
Кеше ғүмере йылғаға тиң ул: үҙ яйы менән аға ла аға. Йылғаның да төрлөһө бар: ҡайһы берҙәре сылтырап ҡына аҡһа, икенселәре йәйрәп, алға ынтыла.
Сәғит Әлибаевтың ғүмерен уларҙың тап икенсе төрөнә — киң, саф һыулыһына — тиңләргә мөмкин. Бәлки, быға уның тыуған төйәгенең тәбиғи ерлеге лә булышлыҡ иткәндер. Ул Көйөргәҙе районының Яманһары ауылында тыуған. Үҫмер сағы Туғыҙтимер һәм Юшатыр буйҙарында совет власын урынлаштырыу йылдарына тура килгән. Комсомол Сәғит Әлибаев Дутов һәм Колчак бандаларына ҡаршы көрәштә сынығып үҫкән.
Совет власы осоронда Сәғиттә аң-белемгә, мәғрифәткә көслө ынтылыш тыуа. Тоҫмаллап ҡына алға барырға мөмкин түгеллеген яҡшы аңлай 20 йәшлек егет Ырымбурҙағы башҡорт педагогия техникумына уҡырға ингән. Төплө белем алыу менән бер рәттән, Ырымбур комсомолдары тормошонда әүҙем ҡатнашҡан...
Каруанһарайҙа уҡып ҡайтҡас, уны Баймаҡ ҡалаһына эшкә ебәрәләр. Бер нисә йыл башҡорт балаларының күңелен нурлағандан һуң, Сәғит Әлибаев артабан юғары белем алыу хаҡында хыяллана. Мораҙына ирешкәс, ҡасандыр үҙе уҡыған Ырымбур башҡорт педагогия техникумына директор итеп тәғәйенләнә. Яңы ҡарашлы етәксе генә түгел, Ырымбур партия ойошмаһының иң әүҙем ағзаларының береһе булараҡ та таныла. 1936 йылда партияның Башҡортостан Өлкә комитетына, фән һәм уҡыу йорттары бүлегенә, эшкә саҡырыла, ә бер йыл үткәс, халыҡ мәғарифы комиссары итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылда СССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
Бөйөк Ватан һуғышы... Башҡорт атлылары... Шулай тип әйтеү менән, ҡылыстарын һелтәй-һелтәй, арғымаҡтарҙа сапҡан әллә күпме яугир күҙ алдыбыҙҙан үтә. Тиҫтәләгән герой һәм ҡаһармандар араһында беҙ Сәғит Әлибаевтың һынын да күрәбеҙ төҫлө. Ул да ҡыйыу яугир була: 1941 йылдың көҙөнән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 1-се полкы комиссары (аҙаҡ — полк командирының сәйәси эш буйынса урынбаҫары) сифатында Еңеү көнөнә саҡлы һуғыш юлдарынан үтә.
Сәғит Әлибаев данлы дивизияның тарихына бәйле бөтә хәл-ваҡиғаларҙы ҡағыҙға теркәй, йәғни көндәлек алып бара. Яҙмалар "Көндәлек биттәренән" тигән исем менән айырым китап булып донъя күрҙе. Әлбиттә, дивизияның хәрби рейдтарын теркәп барыуҙа комиссарға полкташтары, иптәштәре ҙур ярҙам күрһәтә. Шуға күрә лә данлы Башҡорт кавалерия дивизияһына арнап сығарылған был китапты яу ҡырында һәләк булғандарҙың һәм иҫән ҡайтҡандарҙың уртаҡ хәрби йылъяҙмаһы тип һанарға мөмкин. Яҙма баҫылып сыҡҡас, авторға төрлө һорау, үтенестәр менән бик күп хат килә... Кешеләргә ҡарата һәр саҡ иғтибарлы булған Сәғит Әлибаев уларҙың һәр береһенә, айырыуса китапта телгә алынған һәм яу ҡырынан әйләнеп ҡайта алмаған фронтташтарының ғаиләләренә һәм туғандарына йыуаныс һүҙҙәре яҙып һалды.
Көндәлектәрендә (иҫтәлектәре "Ағиҙел" журналында, "Совет Башҡортостаны" гәзитендә донъя күрҙе) үҙе хаҡында бик һаран ғына яҙһа ла, ул яуҙа һәр саҡ алғы сафта була.
Һуғыш тамамланғас, Сәғит Рәхмәт улы яңынан яратҡан эшенә тотона. Ул Башҡорт АССР-ының мәғариф министры итеп тәғәйенләнә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа республика мәктәптәренең матди-техник базаһын нығытыуға, уҡытыу-тәрбиә эшен яҡшыртыуға, милли кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индерә.
Муйындан эшкә сумған етәксе үҙе лә уҡый. Ситтән тороп СССР Педагогик фәндәр академияһы ҡарамағындағы аспирантураны тамамлай, педагогия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Күп тә үтмәй, уны Стәрлетамаҡ педагогия институтына ректор итеп ебәрәләр. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн "РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән почетлы исемгә лайыҡ була.
Бер нисә йыл үткәс, Сәғит Әлибаев яңынан Өфөгә ҡайта, РСФСР Педагогик фәндәр академияһы ҡарамағындағы милли мәктәптәр буйынса ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалына мөдир итеп тәғәйенләнә. Мәғариф өлкәһендәге оло хеҙмәттәре өсөн Сәғит Рәхмәт улы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Халыҡ изгелек, яҡтылыҡ нуры таратыусы көслө шәхестәрен онотмай. Күренекле дәүләт эшмәкәре, ҡурҡыу белмәҫ яугир, киң эрудициялы ғалим Сәғит Рәхмәт улы Әлибаевтың рухы ла халҡыбыҙҙың күңел түрендә оҙаҡ йылдар сағыу бер йондоҙ булып балҡыр.