Ауылда “ағыу” күп, ә дарыу юҡ27.02.2013
Хәҙер йәштәр ҡарттарға ҡарағанда күберәк вафат була. Минеңсә, бының төп сәбәбе — магазинда тәмәке менән спиртлы эсемлектәрҙең әүҙем һәм ирекле һатылыуы.
Ауыл ерендә ҡайһы саҡ бер йотом дарыу табып булмай, ә һаулыҡты бөтөрә торған араҡы менән һыраның, тәмәкенең ниндәй генә төрөн һатмайҙар! Ни өсөн ауыл Советтары, старосталар ошо мәсьәләгә иғтибар итмәй?