Гәзит бушлай килмәйәсәк16.12.2011
– Һаумыһығыҙ! Редакциямы был? Мине киләһе йылға ла «Башҡортостан» гәзитенә бушлай яҙҙырырға онотманығыҙмы?
– Шылтыратыуығыҙ өсөн рәхмәт! Әммә хәҙер был мөмкин түгел. Үҙегеҙҙең хәләл аҡсағыҙға яҙылығыҙ, зинһар.
– Нисек инде улай? Миңә нисәмә йыл рәттән түләүһеҙ килә. Быйыл гәзитһеҙ ҡалдырырға уйлайһығыҙмы? Һуң теге ҡарарҙы үтәмәйһегеҙме ни?
– Ниндәй ҡарарҙы?
– Туғаным, ниңә белмәмешкә һалышаһығыҙ?! Пенсионерҙарға, күмәк балалы ғаиләләргә бушлай гәзит таратырға тигән ҡарарҙы. Беҙҙе «Башҡортостан»һыҙ ҡалдырырға итәһегеҙме? Мин хеҙмәт ветераны ла баһа! Шул тиклем өйрәнелгән гәзиткә, яратып уҡыйым.
– Рәхмәт, апай, беҙҙең баҫма тураһындағы матур фекерегеҙгә, әммә бындай ҡарарҙың булғаны юҡ. Элекке йылдарҙағы һымаҡ «Башҡортостан»ға ҙур күләмдә аҡсалата ярҙам күрһәтеүсе спонсорҙар хәҙер үҙҙәре ауыр хәлдә. Өҫтәүенә илебеҙ бер иҡтисади көрсөк шауҡымынан арынырға өлгөрмәне, йәнә икенсе тулҡын ябырылып килә. Ошоно иҫәпкә алып, гәзитебеҙгә дүрт индекс буйынса яҙылыуҙы ойошторҙоҡ. Һәр кем, кеҫә ҡалынлығына ҡарап, үҙенә оҡшағанын алдыра ала.
– Юҡ инде, миңә тотошлай оҡшай. Көн һайын килә торғанын яҙҙырығыҙ!
Бына ошондай әңгәмә булды телефон аша. Өфө ҡалаһында йәшәүсе 57 йәшлек пенсионер, нисек кенә аңлатһаҡ та, беҙгә ышанманы.
Аҡыллыға ишара тигәндәй, гәзит уҡыусылар тел төбөбөҙҙө аңлағандыр. «Башҡортостан» гәзитенең 2012 йылда ла бушлай киләсәген көтөп, уға әле һаман яҙылмай йөрөгән дуҫтарыбыҙҙың рухи хазинанан мәхрүм ҡалыуы бар. Матбуғатҡа яҙылырға һанаулы ғына көндәр ҡалды, шуға күрә почта бүлексәләренә ашығығыҙ, беҙҙең редакция ойошторған лотерея уйынында ҡатнашығыҙ. Квитанция күсермәһен почта аша ебәрергә онотмағыҙ! Яңы йылда ла бергә ҡалайыҡ!
МӨХӘРРИРИӘТ.


Вернуться назад