Һәр китабы уҡымлы27.02.2013
Сорғот ҡалаһы мәсетендә йыл да дини дәрестәр үткәрелә. Уларҙың береһенә Флүрә исемле һабаҡташыбыҙ "Мөжәүир хәҙрәт" тигән китап алып килгән. Аҙна һайын сиратлап уҡыныҡ. Ниһайәт, минең ҡулға ла килеп эләкте.
Китапты алғас, ҙур тулҡынланыу кисерҙем. Беренсенән, Мөжәүир хәҙрәт тураһында бала саҡтан ишетеп үҫтем: ауылыбыҙҙан күптәрҙең унан тоҙ өшкөртөп, бетеү яҙҙырып алып ҡайтыуы, исемен хөрмәтләп телгә алыуы хәтергә уйылған. Икенсенән, китаптың авторы — университеттағы һабаҡташым Лира Яҡшыбаева. Уҡыуҙы тамамлағандан алып 40 йылға яҡын күрешкәнебеҙ юҡ ине, шуға ла китабы аша үҙе менән осрашҡандай булдым.
Кешеләрҙе күҙ ҡарашы, тыны менән өшкөрөп һауыҡтыра алған киң күңелле әүлиә, күренекле дин әһеле Мөжәүир хәҙрәт тураһындағы китап — киләсәк быуын өсөн оло мираҫ ул. Авторҙың хәҙрәтте белгән кешеләр менән һөйләшеп яҙыуы хеҙмәттең бәҫен арттыра, мөғжизәгә тиң ваҡиғаларҙың ысынбарлыҡта булыуына шик ҡалдырмай.
Һуңынан Лира Яҡшыбаеваның башҡа китаптарын да уҡырға насип булды. "Исемем Салауат булһын" тигәне мәктәп йәшендәге балаларға, ата-әсәгә, тәрбиәселәргә һәм уҡытыусыларға тәғәйенләнә. Унда баланы әҙәпле, һәләтле итеп үҫтереүҙә уҡытыусының ҙур әһәмиәткә эйә булыуы ярылып ята. Китап еңел уҡылыуы, аңлайышлы итеп яҙылыуы, башҡорт теленең байлығын сағылдырыуы менән күңелгә хуш килде. Авторҙың оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләүе, бала күңелен яҡшы аңлай белеүе мөһим мәсьәләләрҙе бар нескәлегендә асып һалырға ярҙам иткән.
"Ғабдулла Сәйеди" тигән китабы ла һәр кемдең күңелен яҡтыртырға һәләтле. Ун дүрт телдә аралашҡан мәғрифәтсе, ғалим, әүлиә тураһындағы бай мәғлүмәтле әҫәрҙә авторҙың саф хисле, яҡты уйлы хаҡ мосолман булыуы сағыла.
Арҙаҡлы ғалим, филология фәндәре докторы Жәлил Кейекбаевтың эшмәкәрлегенә һәм тормошона арналған "Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш" китабын да тулҡынланмайынса уҡып булмай. Төрлө етәкселәр ҡуйған ҡаршылыҡтарға бирешмәгән көслө рухлы ғалимдың хеҙмәттәре барыбер өҫтөн булып ҡала: ул туған башҡорт телен фән кимәленә күтәреүгә өлгәшә.
Лира Яҡшыбаеваның һәр китабы күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртә, мауыҡтыра. Был иһә яҙыусының уҡыусыға юл яра белеүенән, һүрәтләү оҫталығынан һәм телмәр байлығынан килә.