Башҡорт дәүләт медицина университетын ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң, Мәҙинә Әйүпова Белорет районының Туҡан дауаханаһына педиатр булып килә. "Ул саҡта хирург менән икебеҙ генә эшләй инек. Ҡалаға тиклем поезд көнөнә бер тапҡыр ғына йөрөнө, шуға күрә халыҡҡа ашығыс ярҙамды үҙебеҙ күрһәттек. Туҡанда эшләгән осор ҙур тәжрибә мәктәбе булды", — тип хәтерләй Мәҙинә Солтангәрәй ҡыҙы йәшлек йылдарын.
Бер аҙҙан табип Бөрйән районының Байназар ауылына эшкә йүнәлтелә. Бында ла шарттар һәйбәттән булмай: 15 кенә урынлыҡ дауаханаға 13 ауылдың халҡын хеҙмәтләндерергә тура килә, юлдарға асфальт түшәлмәгән, яҙ, йылға ташыу менән, күпер ҙә ағып китә, "Ашығыс ярҙам" машинаһы иһә ни бары берәү. "Ҡайһы саҡ теш табибы ла, акушер-гинеколог та булырға тура килде", — тип иҫкә ала ауыл табибы.
Халаты кеүек аҡ күңелле Мәҙинә Әйүпова Байназар дауаханаһында балалар табибы булып эшләй. Уны эш урынында ғына түгел, мәктәптә лә йыш осратырға мөмкин. Белгестәргә ҡытлыҡ булғас, Мәҙинә Солтангәрәй ҡыҙы акушер-гинекологка ла уҡып сыға.
— Табибыбыҙ эшенә яуаплы ҡарай: ямғыр яуамы, ташмы — һәр саҡ эш урынында. Кеше күп булһа, төшкө ашҡа ла ҡайтмай, ауырыуҙарға ярҙам итер өсөн ваҡыт менән иҫәпләшмәй, — ти юғары категориялы шәфҡәт туташы Нәфисә Салауатова.
Табиптың эше генә түгел, ғаиләһе лә матур: ире Әхәт Фәхретдин улы менән Әминә һәм Альбина исемле ҡыҙҙар үҫтерҙеләр, улар Өфөлә Эске эштәр министрлығының юридик институтында уҡый.