Тел ҡәҙерен белергә өйрәтте27.02.2013
Тел ҡәҙерен белергә өйрәттеҠалала үҫһәм дә, башҡортса иркен һөйләшәм, гәзит-журнал уҡыйым, сөнки ғаиләбеҙҙә туған телдә генә аралашабыҙ. Шулай ҙа ауылда өләсәйем йәшәмәһә, белемем бик тулы булмаҫ ине.

Каникул башланыу менән туп-тура ауылға ҡайта торғайныҡ. Беҙҙе унда өләсәйем Мәрүә Мөхәмәтдинова ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Түлтебейҙә һыу инеп, болондарҙа еләк йыйып, өләсәйгә ярҙам итеп, йәйҙең үткәнен дә һиҙмәй ҡала инек.
Мәрүә Мансур ҡыҙы 1936 йылда Ғафури районының Һабай ауылында тыуған. Уға бер йәш саҡта ғүмер буйы балаларға белем биргән атаһы Мансур мулланы ҡулға алып, "халыҡ дошманы" тип аталар. Ғаиләһен өйөнән ҡыуып сығарып, бөтөн мөлкәтен тартып алалар.
Өләсәйҙең бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән. Үҫеп еткәс, Байөмбәт ауылына килен булып төшкән. Барый Ниғәмәтулла улы менән биш бала үҫтерәләр. Тик олатайыбыҙ, эш ерендә һәләкәткә осрап, 55 йәшендә вафат була. Яңғыҙмын тип төшөнкөлөккә бирелмәй ҡәҙерлебеҙ — һалына башлаған өйөн төҙөп бөтә, балаларын уҡыта.
Тормош уға һынауҙарын ебәреп кенә тора: 1989 йылда йортон һыу баҫа, бер нисә йылдан бесән өйөлгән һарайын йәшен атып яндыра. Күптән түгел электрҙан ут сығып, соланы янып китте. Бәхеткә күрә, иртәнсәк фермаға эшкә сыҡҡан ауылдаштары күреп, бәләнән йолоп алып ҡалды. Өләсәйем уларға мең рәхмәт уҡый.
Ҡәҙерлебеҙ тормоштоң ел-дауылына бирешмәй, оло йәштә булһа ла, ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрап, тырышып донъя көтә. Ишек алды, баҡсаһы шау сәскәгә күмелеп ултыра. Өй эсендә лә гөлдәрҙең ниндәйе генә юҡ! Беҙҙе асыҡ йөҙө, йылы һүҙе менән ҡаршы ала. Һәр ваҡыт ашы бешкән, сәйе ҡайнаған. Тормошонан ҡәнәғәт булып, һәр көнөнөң ҡәҙерен белеп йәшәй өләсәйебеҙ, сөнки ул ауырлыҡты күп күргән.
Беҙ, туғыҙ ейән-ейәнсәре, туған телебеҙҙә матур һөйләшәбеҙ. Телен белмәгән кеше иһә, ҡайһы яҡҡа осорға белмәйенсә талпынған, ҡанаты ҡайырылған ҡош балаһы шикелле, тормошта бәргеләнә, күңеленә урын тапмай. Шуға күрә телебеҙҙе, йырыбыҙҙы, моңобоҙҙо ҡаныбыҙға һеңдереп үҫергә ярҙам иткән өләсәйебеҙгә рәхмәтлебеҙ.


Вернуться назад