Һуңғы өмөтөбөҙ ҡалды27.02.2013
Һуңғы өмөтөбөҙ ҡалдыҠыҙым Полинаны операция яһап тыуҙырып алдылар. Шул саҡта сабыйыма наркоз артыҡ һалынған. Тыуғанында тәне күм-күк булғайны, тын ала алмай ине. Артабан — реанимация, яһалма һулыш алдырыу, үпкә сире, быума сире...

Балам ҙурайған һайын сир ҙә көсәйҙе, ҡорошҡаҡ тотоуға ҡаршы дарыуҙар ярҙам итмәй башланы. Бәләкәй генә ҡыҙыңдың тартышыуын күреү түҙеп торғоһоҙ ауыр!
Мәскәү профессорының кәңәше буйынса, Полинаға көслө гормональ препарат ҡаҙаттыҡ. Әлегә тартышыуҙар яфаламай, әммә сирҙең ҡабаттан көсәйеүе ихтимал.
Балам тулыһынса һауыҡһын өсөн, уны Ҡытайҙың Харбин ҡалаһында бер нисә тапҡыр дауаларға кәрәк. Был — һуңғы өмөтөбөҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сит илдә дауаланыу ҙур сығым талап итә, ә ғаиләбеҙҙең ундай мөмкинлеге юҡ. Мәрхәмәтлек фондтарына мөрәжәғәт итеү ҙә һөҙөмтәһеҙ: йә ике йыл сират көтөргә ҡушалар, йә Рәсәйҙә дауаланыусыларға ғына ярҙам итәләр. Шулай ҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелгән тапшырыуҙар ярҙамында аҡса йыйып, өс ай дауаланып ҡайттыҡ. Унан һуң Полинала ҙур ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Беҙгә тағы ла өс-дүрт дауалау курсы үтергә кәрәк. Икенсегә барыу өсөн тағы ла 150 мең һум аҡса талап ителә. Һеҙҙең ярҙамға өмөт итәбеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Полина сирҙе еңһә, аҡыллы ҡыҙ булып үҫер, тип әйтә алам. Ул бәләкәйҙән сабыр, тормошто ярата, кешеләргә ылығып бара, белемгә ынтыла.

Беҙҙең сайт: polina-help.narod.ru
Банктың реквизиттары:
Башкирское отделение № 8598/0011 Сбербанка России (г. Уфа, ул. С. Перовской, д. 15)
ИНН 7707083893, КПП 027802001,
БИК 048073601, к/с 30101810300000000601
в РУЦ ГУ Национального банка РБ
ФИО Петровская Татьяна Анатольевна
счет № 40817810206001930421
Телефон: 8 (917) 808-94-91.


Вернуться назад