Күңелдәр асыҡ булһын27.02.2013
Күңелдәр асыҡ булһын"Бейек түбәгә менһәң, күҙең асылыр, яҡшы менән һөйләшһәң, күңелең асылыр", ти халыҡ мәҡәле. Гәзит уҡыусылар ебәргән хаттарҙы алып уҡыған һайын ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына инанабыҙ. Үҙең генә һөйләп ултырыуға ҡарағанда, ҡара-ҡаршы әңгәмәләшеү күңеллерәк булғандай, һеҙҙең хаттарҙы уҡыу ҙа беҙҙең өсөн оло байрамға әүерелә, дуҫтар.

Уй-ниәтен уртаҡлашырға тип ҡулына ҡәләм алған Зәйнәп Абдуллинаның хатына күҙ һалайыҡ. "Күгәрсен районының Солтанғол ауылында тыуып үҫһәм дә, ғүмерем Учалы районының Уральск ауылында үтте. Олоғайғас, тыуған яҡҡа ҡайтып булмай, шуға күрә барлыҡ ауылдаштарыма, дуҫ-иштәргә "Башҡортостан" гәзите аша сәләм ебәрәм. Танығандар хат яҙһын, адресым редакцияла", — тигән 76 йәшлек гәзит уҡыусыбыҙ.
Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһында йәшәүсе Зиннәтулла Әликбаев милләттәштәребеҙҙең көнитмеше тураһында йөкмәткеле хаттар яҙып ҡыуандыра. "Дингә ҡайтыусылар күбәйә, ауылдарҙа мәсеттәр асыла. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан юлдаш телеканалын ҡарап һөйөнәбеҙ. Милли матбуғат та беҙҙең яҡҡа юл һалһа ине", — тигән ул.
Өфө ҡалаһынан Р. Камалетдинова йәмәғәт транспортында сабыр, итәғәтле булырға саҡыра. "Затон микрорайонына барырға булдым. Автобус килеп туҡтағас, уға иллеләгән кеше ябырылды. Ишектәрҙе тыштан этеп, саҡ-саҡ ябырға тура килде. Урын алып өлгөрмәгәндәр һыңар аяғына баҫып барҙы тиерлек. Был күренештә үҙебеҙ ғәйепле түгелме? Түҙемлерәк булһаҡ, киләһе автобусҡа иркенләп ултырыр инек", — тигән уйҙары менән уртаҡлаша хат яҙыусы.
Әүҙем авторыбыҙ Нурулла Миһранов Белорет районының Тимер юл ауылында йәшәүсе 80 йәшлек Сибәрбикә Ғафарова (һүрәттә) тураһында матур һүрәтләмә яҙған. "Атайһыҙ үҫкәнгә күрә, мәктәптән һуң һөнәр алырлыҡ мөмкинлеге булмай. Шулай итеп, йәшләй генә яңы төҙөлә башлаған Белорет — Ҡарлыман тимер юлына эшкә китә. Ауыр хеҙмәткә 22 йыл ғүмерен бағышлай ул, төрлө маҡтау ҡағыҙы һәм рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Бөгөн бәхетле ҡартлыҡ кисерә: берҙән-бер ҡыҙы менән кейәүе иғтибарҙан, ярҙамдан айырмай", — тиелгән хатта.
Уй-фекерҙе уртаҡлашып, бер-беребеҙҙең күҙҙе асып, күңелдәрҙе үҫтерешеп торайыҡ, дуҫтар. Һеҙҙән яңынан-яңы хаттар көтәбеҙ.


Вернуться назад