Әҙәм балаһы хеҙмәттә һынала27.02.2013
Әҙәм балаһы хеҙмәттә һыналаБер нисә йыл элек миңә Балтас районы башҡорттарының ҡоролтайында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Мәҙәниәт йорто байрамса биҙәлгән. Фойелағы күргәҙмәне ҡарап йөрөгәндә гәзитебеҙгә әүҙем яҙышҡан ағайҙы тап иттем. Оҙаҡ һөйләшергә иҫәп тотҡайным, ләкин, сара башланыуҙы белдереп, ҡыңғырау яңғыраны. Уның ҡарауы, йөкмәткеле сығышын залдан кинәнеп тыңланым. Ҡуйын дәфтәремә түбәндәгеләрҙе яҙып ҡуйғанмын. “Танышым башҡорт телен тәрән уҡытыу зарурлығы хаҡында һүҙ алып барҙы, телде өйрәнергә теләүселәрҙең артыуын айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алды, был юҫыҡта тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты. Башҡорт телен диалект нигеҙендә уҡытыуға арналған ғилми-ғәмәли конференцияны ошо төбәктә уҙғарыуҙың өлгөрөп еткән мәсьәлә икәнен дә билдәләне”.
Бер яҡтан ҡарағанда, фекерҙәшем тураһында матбуғатта сығыш яһауы еңел дә кеүек. Ҡәләмдәшемде әҙме-күпме беләм, уй-кисерештәрен алдан һиҙемләйем. Икенсе төрлө уйлағанда, ауырлығын да аңлайым.
Бөгөн һүҙем Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, Балтас районының почетлы гражданы Яхъя МӨНИРОВ тураһында.

Ҡәләм ҡылыстан үткер

Ҡаһарман рухлы Яхъя Ноғоман улын ҡәләмдәштәр иҫәбенә индереүем ерле юҡтан түгел, шуға өҫтәп, йөрәк һүҙен ярып әйтә белеүсе теремек ҡәләмле хәбәрсе лә, тимәксемен. Уның матбуғат баҫмалары менән дуҫлығы әллә ҡасандан килә. Гәзит һыуһаған темаларҙы таба белгәнгә күрә, зиһенебеҙгә мәғлүмәт өҫтәгән, рухиәтебеҙҙе сафландырған мәҡәләләр менән байыта ул баҫма биттәрен. Айырыуса мөһим сәйәси осорҙа – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының башынан аҙағынаса – “Башҡортостан”да даими сығыш яһаны, йөкмәткеле аналитик мәҡәләләрен ебәреп торҙо, шуның менән гәзиттең абруйын күтәреүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Бөтә донъя башҡорттарының өсөнсө ҡоролтайы алдынан да тығыҙ бәйләнеш тотто: рухи күтәрелеш һәм яңырыу, милли үҙаңды үҫтереү йүнәлешендәге материалдарын ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ яратып ҡабул итте, кинәнеп уҡыны.
Хәйер, бүтән ваҡытта ла ул ҡулынан ҡәләмен төшөрмәне.
Мәҫәлән, “Башҡортостан”ыма хат” рубрикаһы асылғас, унда Яхъя ағайҙың “Белем һәм илһам сығанағы” тигән баш аҫтында йәнле факттар уйнап торған репортажы баҫылғаны хәтерҙә. Бына нимә тиелгән унда: “Беҙҙә (Иҫке Балтастағы 1-се урта мәктәп тураһында һүҙ бара. – Автор) яҡшы йыһазландырылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты бар. Район кимәлендәге “Иң яҡшы туған тел кабинеты” бәйгеһендә ул тәүге урындарҙың береһен алды. Кабинетта тел һәм әҙәбиәт буйынса стендтар, Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙары тураһында бай мәғлүмәт тупланған. Мәктәптә билдәле ислам мәғрифәтсеһе Ғабдулла Ғәлиевтең (Батырша) тормош юлын һәм эшмәкәрлеген өйрәнеү ойошторолған”.
Үткер һүҙле ағайыбыҙ белдереүенсә, матбуғатты мәғлүмәт яланына тиңләү ысынбарлыҡҡа тап килә. Ул гәзиттең тәьҫир көсөнә күптән инанған.
“1962 йылды хәтерләйем. Ул саҡта райондың халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире инем. Боғҙан һигеҙ йыллыҡ мәктәбендәге эш торошон тикшергәндә хеҙмәттәшемдең дәрестәренә инергә, тәжрибәһе менән танышырға тура килде. Яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы, киләсәге өмөтлө күренә”, – тип Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, педагог Вәлидйән Исмәғилев тураһында ҡыҙыҡлы һүрәтләмә яҙғайны Яхъя ағай.
Яҡташы пенсия йәшенә хәтлем Ураҙай ауылындағы урта мәктәптә директор вазифаһын башҡарған. Педагог булараҡ бурыстарын уңышлы үтәргә һәләтле уҡытыусылар коллективы туплаған, ашхана, хеҙмәткәрҙәр өсөн торлаҡ төҙөткән. Инде тормош мәшәҡәттәре лә артҡа сигенгән, тынысланып ял итергә лә мөмкин кеүек. Әммә ғүмере буйы хеҙмәттең уртаһында ҡайнаған, донъя ғәме менән йәшәргә күнеккән ветеран тынғы белмәй. Ил ҡеүәтен, тормош күркәмлеген тергеҙерҙәй алмаш тәрбиәләү өсөн педагогик коллективтарҙы арымай-талмай эшләргә саҡырған. Ниңә ошондай өлгөлө заттарҙы күрһәтмәҫкә? Белһендәр, сағыштырһындар, тиңләшергә тырышһындар. Шундай фекерҙә хәбәрсе.
Бынан тыш, авторыбыҙ “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына һәм башҡа башҡорт баҫмаларына ла йыш яҙыша.
Ҡәләм ҡылыстан үткер. Яхъя Мөниров тема һайламай, ә төрлө йүнәлештә яҙа, тиҙәр. Шулай ҙа, миңә ҡалһа, мәғрифәтселектең торошо, мәғариф өлкәһе, уҡытыусыларҙың тормошо яҡын уның күңеленә.
Журналистика, хәбәрсе тирәһендә фекер йомғағыбыҙ һүтелә башлағас, бөгөн дә ҡулынан ҡәләмен төшөрмәгән уйҙашым бер шағирҙың: “Хәбәрсе” — тормош эҙләүсе, һәр нәмә асыҡлығы, бөтә тәрәнлеге менән иң элек уның күҙенә ташлана, ул эҙләй һәм таба”, — тигәнен телгә алды.

Алдынғы тәжрибә республикала өйрәнелә

Яхъя Ноғоман улы 1958 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлағас, Еләҙекүл ете йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Класты түгел, ә тотош мәктәпте ышанып тапшырһындарсы! Алдан уҡ әҙерлекле килгәс, эште нимәнән башларға тигән һорау борсомай уны. Юғары белемле уҡытыусыларҙы йәлеп итергә тырыша, кабинеттарҙы техник ҡорамалдар менән йыһазландырырға тотона. Маҡсат билдәле – уҡыу сифатын күтәрергә, һине бер һүҙҙән аңлап торған берҙәм коллектив тупларға.
Ул үҙе күп уҡығас, ситтән мәғариф буйынса әсбаптар алдырғас, мөғәллимдәргә лә шундай уҡ ҡаты талап ҡуя. Белемде даими камиллаштырып тороуға иғтибарҙы көсәйтә, йәш белгестәрҙе уҡытыуҙың алдынғы алымдарына өйрәтә. Шул уҡ ваҡытта уҡыу йортоноң матди-техник базаһын нығытыу йүнәлешендә лә эште киң йәйелдерә дәрте ташып торған йәш етәксе. Төрлө түңәрәктәр, секциялар һәм мәктәптән тыш саралар ҙа күҙ уңынан ысҡынмай. Ә инде бындағы малай һәм ҡыҙҙарҙың дәрескә ыҫпай мәктәп формаһында йөрөй башлауы – районда яңылыҡ тип ҡабул ителә. Ошоғаса тарихта булмаған хәл бит! Әйткәндәй, кейем тегеүҙе үҙҙәрендә үк ойошторалар. Ниңә мәктәп яны участкаһын асмаҫҡа? Ысынлап та, емеш-еләк ултыртҡас, бигерәк матурая был урын.
Белем усағы төбәктә алдынғылар рәтенә инә, үҙ сиратында бында педагогик уҡыуҙар алып барыла. Коллективтың эшмәкәрлеге матбуғатта даими яҡтыртыла. Күптәр тәжрибә уртаҡлашыу өсөн тәрән белемле етәксене үҙҙәренә саҡырыуҙы йолаға әйләндерә. Мәктәп директоры бер үк ваҡытта беренсел партия ойошмаһы секретары була, пропаганда бүлегендә лә әүҙемлек күрһәтә, агитколлективты ла әйҙәй.
Талантлы педагог етәкселектең күҙенә нисек салынмаһын?! Бер нисә йылдан уны халыҡ мәғарифы бүлегенә мөдир итеп “ҡоҙалайҙар”.
Ҡайҙа ғына ниндәй генә вазифа биләмәһен, Яхъя Мөниров эске тәртипкә иғтибарҙы кәметмәй. Ветеран-педагог билдәләүенсә, дисциплина булмай тороп, мәктәптә эш алға бармаясаҡ. “Өлгөрмәнем”, “онотҡанмын” йәки “килеп сыҡманы” тигән алдаҡ һүҙҙәрҙе ишетергә лә теләмәй. Ошо турала педагогтарға йыш ҡабатлай. Ысынында, татыу коллектив булып, ойошоп эш итеүгә ни етә?! Тәртип яратҡан хужаны бөтәһе лә хөрмәт итә, уға тиңләшергә тырыша.
Шул йылдарҙа республика етәкселеге мәктәп йәшендәге бөтә балаларға ла һигеҙ йыллыҡ белем биреү бурысын ҡуя. Дәүләт әһәмиәтендәге мөһим йөкләмә, Башҡортостан буйынса алғанда, Балтас районында беренселәрҙән үтәлә. Өлгөлө тәжрибә КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты тарафынан хуплана һәм яҡлау таба. Мәғариф бүлеге мөдире генә түгел, алдынғы ҡарашлы, зыялы ла булғаны өсөн ошо мәсьәләне Яхъя Ноғоман улы уҡытыусыларҙың республика кәңәшмәһендә күтәрә. Ғөмүмән, Мөнировтың башланғысы менән мәғариф тармағына яңылыҡтар индереү тәңгәлендә әллә күпме уй-хыял ғәмәлгә ашҡан.
Артабан райондарҙы эреләтеү кампанияһы башланғас, Балтас менән Борайҙы ҡушалар. Ә инде тап Яхъя ағайҙы Шауъяҙы мәктәбенә директор итеп ебәреүҙәре тиккә түгел.
Белем усағы уртасалар иҫәбендә була, нисек тә уны алға сығарырға кәрәк. Мөғәллимдәр әйтеүенсә, яңы етәксе тиҙ арала педагогик коллективтың ышанысын яулай. “Бөтә йөрәгенә өмөт, дәрт шатлығы тейәп килеп инде, мәктәпте алға сығарҙы һәм күрһәткестәрҙе яҡшыртты”, – тип рәхмәт әйтәсәк һуңынан уҡытыусылар уға.
Яңылыҡҡа ынтылған директор үҙидараны үҫтереү тураһында етди уйлана. “Алма беш, ауыҙыма төш” принцибынан арынырға ваҡыт етмәнеме? Ә ниңә егет һәм ҡыҙҙарҙың үҙҙәрен эшкә ҡушмаҫҡа? Класс етәксеһенә ихтыяж юҡ кеүек. Уларһыҙ балалар ҡыйыуыраҡ та була, үҙҙәренең фекерҙәрен яҡлай ҙа белә бит.
Ҡыҫҡа ғына арауыҡта белем усағының уңыштары бөтә республикаға тарала. Мәктәп алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу йәһәтенән районда ғына түгел, республика күләмендә үҙәккә әүерелә. Бында йыш ҡына уҡытыусыларҙың һәм мәктәп директорҙарының семинары ойошторола. Яхъя Ноғоман улының эш тәжрибәһен Мәғариф министрлығы һәм Мәғарифты үҫтереү институты өйрәнә, эштәрендә файҙалана. Ул ғына ла түгел, арифметика дәрестәрендә математика элементтарын ҡулланыу буйынса тәжрибә уңышлы ғәмәлгә ашырыла башлай. Мәктәптең тиҙ арала аяҡҡа баҫыуында, әлбиттә, етәксенең өлөшө ҙур. Ул, районда беренселәрҙән булып, белем усағында тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү музейын да ойоштора.
(Аҙағы бар).


Вернуться назад