Ташҡынға әҙерлек башланды26.02.2013
Башҡортостан Хөкүмәте 2013 йылда республикала һыу ташыуға контроллек итеүҙең план-графигын раҫланы.
РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына бер нисә республика министрлығы менән берлектә ташҡынға ҡаршы сараларға әҙерлек һәм уны үткәреүҙә муниципалитеттарға ойоштороу-методик ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителде. Ташҡынға ҡаршы республика комиссияһы рәйесе итеп вице-премьер Марат Мәһәҙиев тәғәйенләнде.