Иләстәр күперле булды26.02.2013
Башҡортостан Президенты Рәстәм Хәмитов эш сәфәре менән Хәйбулла районында булды. Ул районда бер нисә социаль объектты асыуҙа ҡатнашты, урындағы халыҡ менән осрашты.

Республика етәксеһе үҙенең эш сәфәрен Иләс ауылын икегә бүлеп аҡҡан Турат йылғаһы аша аҫылмалы күпер асыуҙан башланы. Оҙонлоғо — 60, киңлеге 5 метр тәшкил иткән күперҙе өс ай эсендә Өфө ҡалаһының “Аҫылмалы күпер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре төҙөгән. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан 11 миллион һум аҡса тотонолған. Йәйҙәрен тыныс, ә яҙын ажғырып ағыусы Турат йылғаһы аша элек ағас баҫма ғына була. Уны йыл һайын яҙғы ташҡын ағыҙып алып китеп, ауыл халҡы өсөн байтаҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырһа, яңыһы иһә 6 тоннаға тиклем ауырлыҡ күтәреүгә иҫәпләнгән. Иләстәр өсөн күптән көтөлгән күперҙең сафҡа инеүе бигерәк тә ҡыуаныслы. Зәкиә Ҡунаҡасова төбәк башлығына ауылдаштарының рәхмәтен еткереп, киләсәктә лә төпкөл ауылдар яҙмышына етәкселегебеҙ тарафынан иғтибарҙың артыуын теләне.
Артабан Рөстәм Зәки улы Хәмитов “һаҡаллы төҙөлөш”кә әйләнгән Аҡъяр район үҙәк дауаханаһындағы реконструкция эштәре менән танышты. Бөгөнгө көндә райондың иң мөһим проекты булған төҙөлөш бик оҙаҡҡа һуҙылып, 2008 йылдан алып файҙаланыуға тапшырылмай. Шуға күрә бында сирлеләр хатта коридорҙа ятырға мәжбүр, дауаханала кадрҙар мәсьәләһе лә бик киҫкен тора. Был проектты Президент үҙенең контроленә алғас ҡына эштәр йәнләнә төшә. Үҙәк дауахананың төҙөлөш эштәре менән яҡындан танышып, Рөстәм Хәмитов төҙөүселәргә эште аҙағына тиклем тамамларға ҡушты. Бының өсөн май айына объектты файҙаланыуға тапшырасаҡтарын ышандырған эшселәргә яҡынса 80 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә.
Район үҙәгенең Төньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан “Шатлыҡ” балалар баҡсаһынан төбәк башлығы бик ҡәнәғәт. Яңы йылдан һуң ғына кескәйҙәрҙе ҡабул иткән ике ҡатлы бина 240 урынға иҫәпләнгән. Бында компьютер класы, музыка һәм спорт залдары, йоҡо, ял итеү, уйнау, ашау бүлмәләре заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған. Рөстәм Хәмитов тәрбиәселәр һәм балалар менән аралашты, уларҙың сығыштарын ҡараны.
“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Көньяҡ” шахта үҙәге киләһе йыл ғына файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Комбинаттың генераль директоры Рөстәм Аблаев республика етәксеһенә яңы ҡоролманың сафҡа инеүе төбәктәге тау сәнәғәте үҫешенә яңы һулыш бирәсәген белдерҙе, үтәләсәк эштәр хаҡында таныштырып сыҡты. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 2 миллиард һум аҡса тотоноу ҡаралған. 492 метр тәрәнлектә руда эҙләү мөмкинлеген биргән яңы ҡоролманың эшләй башлауы, һис шикһеҙ, Бүребай таусылары өсөн артабан да тау сәнәғәтен үҫтереүгә ҙур йоғонто яһаясаҡ. Рөстәм Хәмитов уларҙың эшенән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
Артабан республика Президенты Хәйбулла районы активы менән осрашыу үткәреп, төбәктең иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереүҙә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләне, халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе.


Вернуться назад