Беҙҙә бөтәһе лә әҙер!26.02.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара шахмат федерацияһы (FIDE) президенты Кирсан Илюмжинов менән 2014 йылда Өфөлә Бөтә донъя интеллектуаль уйындар үткәреүгә әҙерлек мәсьәләләрен тикшерҙе.

— Киләһе йыл Өфөлә Бөтә донъя интеллектуаль уйындар үткәреү тәҡдимен алдыҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Алдыбыҙҙа ярайһы уҡ ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү бурысы тора, сөнки Бөтә донъя уйындарын уҙғарыу ҙур әҙерлек талап итә. Шахмат, шашка кеүек спорт төрҙәре барыбыҙға яҡшы таныш. Ә бына го менән бриджды күптәр ишетеп кенә белә. Киләһе аҙнала беҙгә Бөтә донъя шашка федерацияһы президенты килә. Ошо тәҡдимде ул индергән. 2020–2021 йылдарҙа спорттың Олимпияға ҡарамаған төрҙәре буйынса Бөтә донъя уйындарын үткәреүгә дәғүә итәбеҙ. Ваҡыт күп, шулай ҙа фекер алышыу зыян итмәйәсәк. Тиҙҙән сараға әҙерлек башланасаҡ. Бөтә донъя уйындары байтаҡ ҡыҙыҡлы спорт төрөн үҙ эсенә ала. 2015 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы менән БРИКС саммиттарын уҙғарасаҡбыҙ. Әҙерлек дәрәжәһе юғары. Юл инфраструктураһын яҡшыртыу, ҡалабыҙҙы төҙөкләндереү йәһәтенән билдәләнгән эштәр тейешенсә тормошҡа ашырыла. Саммиттар әллә ни ҙур мәшәҡәт тыуҙырмаҫ, тип ышанам, сөнки бындай саралар өсөн махсус эш башҡарылмаясаҡ. Беҙҙә бөтәһе лә бар.
Кирсан Илюмжинов билдәләүенсә, Өфө бөтә донъяның интеллектуаль баш ҡалаһына әүерелә.
— Күптән түгел генә Пекинда уҙғарылған Бөтә донъя интеллектуаль уйындарында Башҡортостан делегацияһы менән осраштыҡ. Киләһе йыл июндә Өфөлә Бөтә донъя интеллектуаль уйындар ойоштороу тәҡдиме шунда яңғыраны. Уларҙы IMSA—Бөтә донъя интеллектуаль спорт төрҙәре ассоциацияһы үткәрә. Халыҡ-ара Олимпия комитеты спорттың физик төрҙәре менән шөғөлләнә. Ә аҡыл менән бәйле булғандары, йәғни шахмат, шашка, го, бридж, Ҡытай шахматы — ул интеллектуаль спорт төрҙәре, — тине Кирсан Илюмжинов.


Вернуться назад