Һәр ғаиләнең именлегенә ҡағыла26.02.2013
Яҡын киләсәктә илебеҙ яуларға тейешле позициялар аныҡ билдәләнде. Донъялағы иҡтисади көрсөк тә дәүләтте граждандарына ҡарата социаль йүнәлешле булыуынан арындыра алмай. Ҙур бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән төп аҙымдарҙың береһе — халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау, пособиелар түләү системаһын камиллаштырыу, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтеү, уңайлы социаль мөхит тыуҙырыу. Социаль страховка институты тап ошо көн үҙәгендә торған мәсьәләләрҙә уңышҡа өлгәшеүҙә уйланылған, етди аҙымдар яһай.
Илдең социаль именлегенә, дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлешенә ҙур өлөш индереүсе Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе — төрлө ведомстволар менән эшлекле мөнәсәбәт урынлаштырыуҙа күптәр өсөн өлгө. 2012 йылда төбәк бүлексәһенең сығымдары 12 миллиард һум тәшкил итте. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағына һәм әсәлек менән бәйле мотлаҡ социаль страховка буйынса сығымдар 8 362,6 миллион һум булды. Шуның менән бергә дәүләт тарафынан гарантияланған пособиелар түләүҙә өҙөклөк булмаһын өсөн бюджет дефицитын ҡаплатыуға Фондтан 906 миллион һум аҡса бүленде. Производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховкалауға сығымдар 951,6 миллион һум күләмендә тотонолдо. Бюджет-ара трансферттар иҫәбенә финансланған сығымдар 2 649,5 миллион һумға барып етте. Шулай итеп, мотлаҡ социаль страховка средстволары иҫәбенә финансланған сығымдар 9 314,2 миллион һум тәшкил итте.
Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағына һәм әсәлек менән бәйле социаль страховкалау средстволары иҫәбенә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, әсәлек һәм балалыҡ менән бәйле һәм вафат булғандарҙы ерләү өсөн тәғәйенләнгән пособиеларҙы түләүгә киткән сығымдар финанслана.
Фондтың төп бурыстарының береһе — ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағына һәм әсәлек менән бәйле "больничный"ҙарҙы түләү. Бюджеттың төп өлөшөн тап ошо йүнәлеш тәшкил итә лә инде (40 %). Былтыр 800 меңдән ашыу эшләүсе кеше өсөн 3346,9 миллион һум аҡса бүленде.
Страховкаланған һәр 100 кешегә 60 эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағы тура килде, бер "больничный"ҙың уртаса оҙайлылығы — 10,8 көн. Әсәләргә пособие түләүгә 4 769,4 миллион һум тотонолдо (2011 йылдағынан 5 процентҡа күберәк). Шул иҫәптән йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар түләүгә — 1 858,5 миллион һум (10 процентҡа күберәк), йөклөлөк буйынса медицина учреждениеһына иртә иҫәпкә торған өсөн бер тапҡыр бирелеүсе пособиеға — 13 миллион һум, бала тыуғанда бер тапҡыр түләнеүсе пособиеға 501,4 миллион һум аҡса сарыф ителгән.
Былтыр страховкаланған граждандарға баланы 1,5 йәшкә тиклем тәрбиәләгән өсөн пособиеларға киткән сығым 2 369,8 миллион һум тәшкил итте (элгәрге йылдағынан 31,8 миллион һумға күберәк). Шул иҫәптән:
— тәүге баланы тәрбиәләгән өсөн — 970 миллион һум;
— икенсе һәм артабанғы балаларҙы тәрбиәләгән өсөн — 1 399,8 миллион һум.
Производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховкалау буйынса килем 1 541,8 миллион һум тәшкил итте (2011 йылғы йыйымдарҙан 15,3 процентҡа күберәк). Страховканың был төрө буйынса бюджет профицитлы — сығымдың Фонд килеме иҫәбенә тәьмин ителеше 162 процент тәшкил итә.
Фонд бюджеты сығымдарының ҙур өлөшөн ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, айлыҡ һәм бер тапҡыр бирелеүсе страховка түләүҙәре, пособиеларҙы илтеү, медицина, социаль һәм профессиональ реабилитациялау, эш урындарында имгәнеү осраҡтарын кәметеү буйынса иҫкәртеү сараларына тотонолған түләүҙәр биләй. Үткән йыл производствола бәхетһеҙлек осраҡтарына һәм профессиональ сирҙәргә юлыҡҡан эшселәргә хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ буйынса 41,6 миллион һумлыҡ пособие түләнде.
Бынан тыш, бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховкалауға иғәнәләр иҫәбенә айлыҡ түләүҙәр 496,9 миллион һум тәшкил итте (индексациялау һөҙөмтәһендә уларҙың уртаса айлыҡ күләме 6,9 процентҡа артты һәм 4 618 һум тәшкил итте). Бер тапҡыр бирелеүсе страховка түләүҙәре йыл һөҙөмтәләре буйынса 10,6 миллион һумға етте. Бәләгә тарығандарға страховка түләүҙәрен почта аша илтеп еткерергә 5,9 миллион һум тотонолдо.
Былтыр бәхетһеҙлек осрағы йәки профессиональ сир менән бәйле ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие түләү көндәре һиҙелерлек артҡан. Шуның менән бер рәттән, производствола ауыр имгәнеү осраҡтары кәмей төшкән.
Бәхетһеҙлеккә тарыу хәлдәрен анализлау эште ойоштороуҙа етешһеҙлектәр булыуын күрһәтте.
Йәрәхәтләнеүҙәрҙең төп сәбәптәре: эште ҡәнәғәтләнерлек итеп ойоштора алмау (12,5 %), хәүефһеҙлек талаптарын боҙоу (21 %), юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау (13,5 %). Айырыуса предприятие эшселәре тарафынан хәүефһеҙлек талаптарын боҙоуҙар йыш булып тора.
Сәбәбе билдәле: страховкалаусыларҙың хеҙмәтте һаҡлауға өйрәтеү буйынса эште, техника хәүефһеҙлеге буйынса инструктажды, эшселәргә стажировка үткәреүҙе ҡәнәғәтләндерерлек ойоштормауы.
Һаман да агросәнәғәт комплексы предприятиеларында (124 осраҡ) һәм төҙөлөш тармағында (137 осраҡ) имгәнеүҙәр юғары кимәлдә. Бәләгә тарығандарҙы медицина, социаль һәм профессиональ реабилитациялауға киткән сығымдар 112,8 миллион һум тәшкил итте. Уларҙы ваҡытында дауалауға ҙур әһәмиәт бирелә. Хеҙмәткәргә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ менән бәйле юғалтылған эш хаҡы тулыһынса ҡайтарыла, ҡаты имгәнеү алғандарҙы дауалауға киткән ҙур сығымдар ҙа Фонд бюджетынан түләнә.
2012 йылда Фонд тарафынан ауыр йәрәхәтләнгән 163 эшсене, туғыҙ страховкаланған кешене стационарҙа дауалау финансланды. Иртә реабилитациялауға киткән дөйөм сығым 7,7 миллион һум тәшкил итте.
Бәлә-ҡазаны иҫкәртеүгә иғтибарҙы көсәйтеү кәрәклеген дә Фонд етәкселеге яҡшы аңлай. Хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, эш урындарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн предприятиеларҙың ҡыҙыҡһыныусанлығын күтәреү ҙә мөһим. Был йәһәттән төрлө ташлама һәм өҫтәмәләр механизмы уңайлы файҙаланыла. Былтыр 302 страховкалаусының страховка тарифына өҫтәмә арттырылыуы сәбәпле, Фонд бюджеты 19,4 миллион һумға тулыланды. Ә хеҙмәт хәүефһеҙлеген тәьмин иткән 35 предприятие өсөн 27,2 миллион һум күләмендә ташлама яһалды. Шуныһы үкенесле: һуңғы өс йылда страховка тарифына ташламаларҙан файҙаланған предприятиелар һаны һиҙелерлек кәмене, сөнки күптәр хеҙмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙәге ҡәтғи талаптарҙы үтәй алманы.
Шулай итеп, былтыр производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховкалауға киткән сығым 858,2 миллион һум тәшкил итте (элгәрге йылдағынан 11 процентҡа күберәк).
"Бала табыу сертификаты" программаһын финанслауға Фонд тарафынан 602 миллион һум бүленде. Программаны медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу, учреждениеларҙы заманса ҡорамалдар һәм медикаменттар менән тәьмин итеү, врач һәм урта медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү һөҙөмтәһендә генә тормошҡа ашырыу мөмкин. Демографик хәлде яҡшыртыу, сабыйҙар тыуымын арттырыу маҡсатында 2006 йылдан алып 3,5 миллиард һум аҡса тотонолдо. Эшләмәүсе граждандарға сабыйын 1,5 йәшкә тиклем тәрбиәләгән өсөн тәғәйенләнгән пособие Федераль бюджет средстволары иҫәбенән түләнә. Былтыр ошо пособиеларҙы түләүгә 1 826,5 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Шул иҫәптән:
— тәүге балаға — 550,2 миллион һум;
— икенсе һәм артабанғы балаларға — 1 276,6 миллион һум;
— пособиеларҙы илтеүгә — 0,2 миллион һум.
2010 йылдан федераль бюджет средстволары иҫәбенән страховкаланмаған граждандарға бала тыуғанда бер тапҡыр бирелеүсе пособие түләнә башланы. Былтыр был сумма 194 миллион һум тәшкил итте.
Инвалид бала тәрбиәләү менән бәйле айына өҫтәмә ял көндәренә түләүҙәр 2010 йылдан Федераль бюджеттан финанслана. Былтырғы сығымдар — 26,7 миллион һум.
Страховкаланған граждандарҙың законлы мәнфәғәттәрен күҙәтеүҙе һәм тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә алған төбәк бүлексәһе артабан да социаль йөкләмәләрен намыҫ менән үтәйәсәк.