Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен үҙләштергән оҫталарҙы осратыуы хәҙер еңел түгел. Ундайҙар һәр районда бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Күптәр эш юҡлыҡҡа һылтанып йөрөргә яратһа ла, ҡулына нимәлер алып башларға иренә.
— Эшең аш булһын өсөн дә елкәнең ҡалын булыуы кәрәк, — ти ата-бабаларының кәсебен дауам иткән Зөлфәр Ҡаһарманов.
Ишбулды ауылында сана-арба яһап, ҡамыт, көйәнтә бөккән оҫта йәшәүен ишеткәс, ниңәлер уны оло йәштәге ир-уҙамандыр тип уйлағайным. Әммә, унда барғас, урта йәштәге, теремек, етеҙ аҙымдар менән әле арбаһын, әле санаһын күрһәтеп йөрөүсе ағайҙы күргәс, бер аҙ аптырап ҡалдым. Ул нисек итеп барыһын яһай белә икән? Үҙенең аты бармы? Аралашыуҙың тәүге минутынан уҡ Зөлфәр Нурғәле улының күңелендә йүгәнле ат ятҡанлығын белдем. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсебен өйрәнеп, атай-олатайҙарының юлын дауам иткән ағай ысын мәғәнәһендә һоҡланырлыҡ та, өлгө алырлыҡ та. Бөгөн ундайҙар арабыҙҙа бик һирәк.
— Йылдан-йыл был шөғөлөмә ҡарата һорауҙың кәмеүе һиҙелә, — ти әңгәмәсем. — Элегерәк йылына бер нисә сана, арба эшләргә тура килһә, әле булғандарын
да һатыу ауырлаша. Колхоздар булған саҡта хатта өлгөртөп булмай ине лә… Заказды күп ала торғайным. Хәҙер хужалыҡтарҙа ат кәмей, теләүселәр аҙайҙы.
Оҫтаның ҡураһында әҙер бер-ике сананың һәм арбаның тороуы уның һүҙҙәрен ҡеүәтләй. Әммә һис бошона торған заттан түгел ул. Ағас эшенә ҡарата һөйөүе уға башҡа әйберҙәр эшләргә лә булышлыҡ итә. Башта урман буйлап йөрөп, үҙенә кәрәкле материал табып алып ҡайта. Дуға бөгөр өсөн ҡарама, көйәнтә эшләү өсөн муйыл, сана табанына ҡайын ағасын һайлай. Һәр нәмәнең үҙ мәшәҡәте, үҙ яйы. Аҙаҡ килтергән ағастарҙы бешереп, кәрәкле үлсәмгә бөгөп ҡуя. Уларҙың барыһын да күләгә урында һаҡлау талап ителә. Артабан оҫта ҡулында был ағас төрлө әйбергә әүерелә.
— Һәр эште күңел биреп башҡарыу кәрәк, — тип серҙәре менән уртаҡлашты Зөлфәр Нурғәле улы. — Шул саҡта ғына яһаған нәмәләрең ҡотло була, эшең дә кәйефеңде күтәрә.
Ишбулды ауылы оҫтаһы әйтеүенсә, бөгөн көйәнтәгә лә һорау ҙур. Ҡыҙҙарын кейәүгә оҙатҡан әсәләр матур көйәнтәләргә заказ бирә. Уның яҡынса хаҡы — 250-300 һум. 500 һумға дуға бөктөрөп алырға мөмкин, хатта семәрләп, буяп та ҡуя оҫта. Арба ҙурлығына ҡарап — 8–10 мең, сана 6–7 мең һум самаһы тора. Ауыл кешеһе, нисек кенә транспортҡа күнегеп китһә лә, атһыҙ йәшәй алмай. Булдыҡлы, уңған кеше тик торамы ни: һәр саҡ йүнен таба. Ағас әйбергә ихтыяж кәмей төшкәс, Зөлфәр Ҡаһарманов тимер-томорға тотонған. Хәҙер ул мунса багы ла яһай, мейес тә һала. «Тимер менән эшләү күпкә еңелерәк. Кәрәк урынын ялғап йә ямап була. Ағас эшендә ундай мөмкинлектәр юҡ», — ти оҫта.
Уның кеүектәрҙе халыҡ, баҫҡан ерендә ут сәсрәтер, ти. Ысынлап та, Зөлфәр Нурғәле улы тап шундайҙар рәтендә. Ишбулды мәктәбендә оператор булып эшләргә лә, яратҡан шөғөлөнә тотонорға ла ваҡыт таба, кәрәк икән, тимергә лә “йән өрә”. Ғаиләһендә — өлгөлө атай. Тормош иптәше менән ике ул һәм ике ҡыҙ үҫтергән, гөрләтеп донъя көтә. Үҙе әйтмешләй, урамға сығып хәбәр һөйләргә, тик ултырырға һис ваҡыты юҡ. Шуға күрә донъяһы ла түңәрәк, ашы ла, эше лә бар. Иң мөһиме — күңеле ҡушҡан шөғөлө.