Рәсәй алтыны һәм япон мөғжизәһе26.02.2013
Рәсәй алтыны һәм япон мөғжизәһеИлебеҙҙең төрлө кимәлдәге властары ватан иҡтисадында етештереүҙе төрләндереү, яңыртыу һәм инновацион технологиялар ярҙамында йылдам үҫтереү өсөн аҡса эҙләгәндә, сит ил инвесторҙарын саҡырғанда, бынан бер быуат самаһы элек Рәсәй империяһынан донъяның төрлө тарафтарына алып кителгән “батша алтыны”н илгә ҡайтарыу һәм уны кәрәкле маҡсатта файҙаланыу тураһында рәсми даирәләр — ләм-мим. Байтаҡ сығанаҡтан билдәле булыуынса, Беренсе донъя һәм уға ялғанған Граждандар һуғышы йылдарында Рәсәй алтыны Европа илдәренә, мәҫәлән, Чехияға, Бөйөк Британияға, Японияға, Америкаға барып юлыға һәм һыуға төшкән кеүек юғала.

Бер йыл эсендә шул ҡәҙәр алтын туплап буламы?

2000 йылдарҙа “Аргументы и факты” аҙналығында, “Парламентская газета”, “Независимая газета” һәм башҡа баҫмаларҙа ошо темаға арналған бер нисә мәҡәлә донъя күреүгә ҡарамаҫтан, уларға ҡарата рәсми органдарҙың бер ниндәй мөнәсәбәте һиҙелмәне. Был яҙмаларҙа ни өсөндөр тейешле даирәләрҙән аңлатма алырға тырышыу тураһында ла һүҙ булманы.
"Матбуғатта телгә алынған 80 — 100 миллиард долларға торошло Рәсәй алтыны, мәҫәлән, Японияла бер быуаттан ашыу әйләнештә йөрөһә лә, уны юллау хаҡында властар һүҙ ҙә ҡуҙғатмай", — тип яҙҙы Георгий Зотов “Аргументы и факты”ла. Гәзиттең бер битен тултырған мәҡәләлә, авторҙың мәғлүмәттәре буйынса, сит илдәр ҡулына законһыҙ күскән алтынды ҡайтарып алыу йәһәтенән донъяла тәжрибә байтаҡ. Мәҫәлән, Бөйөк Британия менән Швецияға, Гаага ҡалаһындағы Халыҡ-ара суд ҡарарына ярашлы, бынан 50 йыл самаһы элек Литва һәм Эстониянан сығарылған алтын запасын кире бирергә тура килгән.
Рәсми Лондон шулай уҡ 1939 йылда Албания алтынын да законлы хужалары ҡулына тапшырған. Япония властары ла үткән быуаттың 40-сы йылдарында Индонезиянан таланған алтынды ҡайтарырға мәжбүр ителгән. Ә Израиль иһә Икенсе донъя һуғышында фашистар тарафынан мөлкәтһеҙ ҡалдырылған йәһүдтәрҙең өлөшөн Швейцария банктарынан юллап алыуға өлгәшә.
2000 йылда «Парламентская газета»ла баҫылған «Русское золото в японских сейфах» тигән мәҡәләнең авторы Валентина Братчикова: "Япониялағы батша алтыны тураһындағы тарих яңы түгел", — тип белдерә. Был мәсьәлә буйынса 90-сы йылдарҙа Японияла дипломатик эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән Игорь Казаковтың архивында бик күп мәғлүмәт тупланыуын әйтә. Дипломаттың сығанаҡтары буйынса, 1918 йылда Японияның алтын запасы 2233 килограмм тәшкил иткән булһа, 1919 йылда 25855 килограмға етә. "Бер ил дә бер йылда шул ҡәҙәр ҡиммәтле металл туплай алмай", — ти И. Казаков.
1918 йылда аҡ гвардиясылар Ҡазан ҡалаһындағы Дәүләт казначействоһы һаҡлығындағы 500 тонна самаһы алтынды ҡулдарына төшөргәндән һуң Көнсығышҡа алып китә һәм 43,8 тоннаһын Владивосток ҡалаһы аша Японияға оҙата. Дөрөҫ, Ҡазанда баҫып алынған алтындың күпселек өлөшөн Ҡыҙыл Армия частары тартып ала. Колчак армияһына һуғыш кәрәк-ярағы вәғәҙә иткән япон даирәләре алтындың бер өлөшөн Иокогама ҡалаһындағы валюта банкына, икенсеһен Япония дәүләт банкының Осака бүлексәһенә (Тесэн Гинко) урынлаштыра. Бына ошо ҡиммәтле металл илдең алтын запасын ун тапҡырға арттыра ла инде. Ләкин Япония властары Колчактың хәрби заказын үтәргә ашыҡмай, хатта бер генә винтовка ла, патрон да бирмәй. Колчак армияһы ҡыйратылғас, Рәсәй алтыны онотола. Дөрөҫ, батша алтынының яҙмышы, әйтелгәнсә, ябай ғына булмай. Матбуғат баҫмаларын уҡып барыусыларҙың хәтерендәлер, 2012 йылдың йәйендә булһа кәрәк, Колчак ғәскәрҙәре ҡулына төшкән алтындың бер өлөшөнөң, Алыҫ Көнсығышҡа алып китеп барған мәлдә, вагондары менән бергә Байкал күленә ҡолауы һәм һыу төбөндә ятыуы хаҡында хәбәр ителгәйне, ләкин был сенсацияға торошло тарихтың да дауамы булманы.

"Төпһөҙ" банктарҙа юғала

Колчаксылар эләктергән алтындың бер өлөшө 1919 йылда аҡ атаман Семеновҡа барып юлыға. Казак генералы, япон полковнигы Хитоси Куросава менән һөйләшеп, 143 йәшник ҡиммәтле металды (9 тонна самаһы) Квантун армияһына һаҡларға бирә. "Был алтын да, — тип яҙа В. Братчикова, — артабан Тесэн Гинко бүлексәһенә оҙатыла. 1923 йылда Алыҫ Көнсығыштан ҡасырға мәжбүр булған япон экспедиция корпусы дәүләт ҡарамағына трофей рәүешендә ни бары 7,5 килограмм алтын ҡойолмаһы тапшыра. Атаман Семеновтың 1920 йылдың көҙөндә хәрби заказдары өсөн япондарға бирелгән күп кенә алтыны ла төпһөҙ Иокогама банктарына инеп юғала. Был мәғлүмәттәрҙең сығышы ла ҡыҙыҡлы ғына. Уларҙы Игорь Казаков Т. Абэның 1977 йылдың 11 сентябрендә “Акахата” гәзитендә донъя күргән мәҡәләһенән алған. Автор, йәғни япон журналисы, үҙ сиратында, был хәбәрҙе “Ҡоро ер үҙ оборона көстәре”нең китап һаҡлағысынан алыуы хаҡында әйтеп үткән.
1920 йылдың 30 ғинуар кисендә Рәсәй Дәүләт банкының Владивостоктағы бүлексәһенән япон десанты тарафынан баҫып алынып, “Хидзэн” крейсерына тейәлгән бик күп алтын ҡойолмаһының да ҡайҙа оҙатылыуы билдәһеҙ. Хәрби операция менән ошондай эштәрҙә ҙур оҫталыҡҡа эйә булған полковник Рокуро Исомэ етәкселек иткән. Уға Колчак армияһы генералы С. Розановтың да ҡатнашлығы булып, һуңынан асыҡланыуынса, барлыҡ ғәйепте генералға япһаралар. “Нити-Нити симбун” гәзите 17 февралдә (1920 йыл булһа кәрәк) батша генералы Розановтың Япония банктарына һәм Шанхайҙа (Ҡытай) үҙ исеменә 55 миллион иен (ул саҡта был бик күп аҡса иҫәпләнгән) һалыуы тураһында хәбәр итә. Гәзиттә уны алтын ҡойолмаһы һатыуҙан алыныуы хаҡында ла әйтелә. Ул йылдарҙа Японияла дәүләттең алтын һатып алыуы йылына алты миллион иендан уҙмаған. Күберәк суммалар Енәйәт кодексы буйынса законһыҙ иҫәпләнгән һәм дәүләт тарафынан эҙәрлекләнгән.

“Батша алтыны”ның Япониялағы шауҡымы

Бер йыл да уҙмай, япон матбуғаты генерал Розановтың Көньяҡ фронтта (ә унда генерал Врангель менән Ҡыҙыл Армия частары һуғыша) ҡаһармандарса һәләк булыуы хаҡында яҙа. Алыҫ Көнсығышта йәшәгән С. Розановтың Совет Рәсәйе биләмәләре аша нисек үтеп, унда барып сығыуы тураһында гәзиттә хәбәр ителмәй. Уның ҡарауы, полковник Исомэның хәрби карьераһы йәшен тиҙлегендә юғары үрләй. 1924 йылда ул генерал-лейтенант булып китә.
Рәсәй алтынының ошондай эҙе япон яҙыусылары һәм журналистарында ла ҡыҙыҡһыныу уята һәм бер-бер артлы С. Мацумотоның “Сева тарихы ҡаҙылмалары”, Г. Тэнкэйҙың “Романовтар нәҫеленең серле байлыҡтары” тигән китаптары донъя күрә. Әлбиттә, батша алтынының Япониялағы шауҡымы бының менән генә бөтмәй. 1926 йылда парламент һайлауҙары ваҡытында генерал Гиити Танаканың ошо алтынды файҙаланып, агитация алып барыуына бәйле шау-шыу булып ала. Йәмәғәтселек баҫымы аҫтында Токио прокуратураһы тикшереү үткәрә, һәм хәрби министрлыҡ ҡарамағында ысынлап та 60 миллион иендан ашыу “йәшерен фонд”тың Рәсәй алтыны иҫәбенә барлыҡҡа килеүе асыҡлана.
"Ни өсөн Рәсәй даирәләре был алтынды ҡайтарыу йәки илдең Японияға бурыстарын (үкенескә ҡаршы, ул бурыстың нисек барлыҡҡа килеүе һәм күпмелеге хаҡында В. Братчикова телгә алмаған) ҡаплауға тотоноу сараһын күрмәй", — ти автор. Дөрөҫ, 1995 йылда ватан властары Японияның сит ил эштәре министрлығына “батша алтыны” тураһында рәсми иғлан биреп ҡараған. Ошо йәһәттән ведомствоның яуабы сәйер һәм аңлайышһыҙ. Имеш, ул алтын йә хужаларына ҡайтарылған, йә кредит өсөн аманат итеп тотонолған. Һөҙөмтәлә Японияның Рәсәй алдында “батша алтыны”н ҡайтарып биреү буйынса бер ниндәй ҙә йөкләмәһе юҡ.
Япониялағы “батша алтыны” тураһында Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатия академияһы профессоры Владлен Сироткиндың 1999 йылда “Независимая газета”ла баҫылып сыҡҡан «Сыграем ли мы с японцами в “золотой мяч?" тип аталған мәҡәләһендә лә сәйер ҙә, фәһемле лә мәғлүмәттәр байтаҡ. Японияға “батша алтыны”ның тәүге өлөшө 1916 йылда ҡорал һатып алыу өсөн ебәрелгән була. Колчак армияһы өсөн һуғыш кәрәк-ярағы һатып алыуға 1919 йылдың 7 һәм 16 октябрендә ике документҡа ҡул ҡуйыла. Уларға ярашлы, алтын депозит хужаһы булып Рәсәй Дәүләт банкы иҫәпләнә һәм уның тәүге талабы буйынса ҡиммәтле металл ҡайтарып бирелергә тейеш була. "Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, — тип аптырай Сироткин, — Рәсәйҙең юғары власть даирәләре был алтынды юллап алыу йәһәтенән бер ниндәй ҙә сара күрмәй".
Артабан профессор япондарға атаман Семенов тарафынан ҡорал алыу өсөн тапшырылған – 33, Колчак армияһының тыл начальнигы генерал Петровтан – 22 (1920 йылдың ноябре), атаман Калмыковтан алынған ике (1920 йылдың феврале) йәшник алтын ҡойолмаһын атап үтә.
"Бынан тыш, — ти автор, — башҡа генералдар һәм атамандар ҙа япондарға һуғыш кәрәк-ярағы һатып алыу маҡсатында алтын тапшыра, ләкин береһе лә бының өсөн бер винтовка һәм патрон да ала алмай. Дөрөҫ, — ти Сироткин, — япон сығанаҡтарына ҡарағанда, был алтынды ҡабул итеүсе япондар уларҙы тәүге талап буйынса уҡ ҡайтарып бирергә йөкләмә алған.
Батша хәрби атташеһы генерал Подтягин атаман Семенов өсөн 1,4 миллион иенлыҡ һуғыш кәрәк-ярағына килешеү төҙөй, әммә япон властары хәрби ҡорал сығарыуға эмбарго һалыу менән, был партия ла семеновсылар ҡулына килеп юлыҡмай. Батша генералдары 1941 йылға саҡлы ошо алтын ҡойолмаларын юллау өсөн Япониялағы төрлө судтарға мөрәжәғәт итеп ҡарай, әммә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшә алмай. Хәйер, — тип дауам итә Сироткин, — Рәсәй алтыны ҡайһы тарафтарға ғына ебәрелеп аҙашмай! Мәҫәлән, батша Николай II сит илгә сығып, үҙ ихтыяжында файҙаланыу өсөн 1917 йылдың мартында Япония аша Лондонға 5,5 тонна шәхси алтынын оҙата. Әммә Рәсәй батшаһының ғаиләһе менән Лондонда йәшәү теләге тормошҡа ашмай”. Дөрөҫ, автор батшаның шәхси алтынының тейешле урынына барып етеү-етмәүе хаҡында хәбәр итмәй, тик 1986 йылда СССР яғынан М. Горбачев менән Бөйөк Британияның премьер-министры М. Тэтчерҙың батша хөкүмәте бурыстарын ғәмәлдән сығарыу тураһында «нуль варианты»на ҡул ҡуйылыуы хаҡында телгә ала.
Үрҙә һүҙ барған ике мәҡәләлә Курил утрауҙарын (уларҙы Японияла “Төньяҡ биләмәләр” тип йөрөтәләр) Японияға ҡайтарып биреү мәсьәләһе торған һайын япондар тарафынан күтәрелә, ә бына урыҫ алтынын законлы хужаһына ҡайтарыу хаҡында мәсьәлә ҡуйылмай, тип ризаһыҙлыҡ белдерелә. Япония банктарына күпме Рәсәй алтыны йәшеренеүе хаҡында беҙҙә яҡынса фаразлауҙарҙан ары кителмәгән. Ысынлап та, күпме? 60 миллион иенмы, 2 миллиард доллармы? Әллә, Владлен Сироткин фекеренсә, 100 миллиард доллармы? Һуңғыһы, әлбиттә, бөгөнгө аҡса менән иҫәпләгәндә, “Аргументы и факты” аҙналығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Бөйөк Британия менән АҠШ-тың берлектәге “Пинкертонс” фирмаһы самалауынса, япон авуарҙарына элекке Рәсәй империяһының алтын запасының өстән бер өлөшө инеп ята. Аҙналыҡ үрҙә телгә алынған алтын тапшырыусылар исемлегенә атаман Семеновтың адъютанты Клокты ла өҫтәгән. Иң һуңғыларҙан булып Рәсәй алтынын тапшырыусы Японияла биш йыл һаҡлау өсөн 5 тонна тимер аҡса һәм ике йәшник алтын ҡойолмаһы тапшырыуы билдәле. “АиФ” шулай уҡ генерал Семеновтың Японияның юғары судына алтынды ҡайтарып биреүҙе һорап, өс тапҡыр мөрәжәғәт итеүен дә телгә ала. Суд атамандың үтенесен кире ҡаға, сөнки ул хәҙер “Рәсәй империяһы гражданины түгел”.
Аҙналыҡ хәбәрсеһе Георгий Зотов “Токио-Мицубиси банк”тың (ул элекке Иокогама Сиокин банкының вариҫы) зиннәтле офисына мөрәжәғәт итеүе тураһында ла әйтеп үтә. "Әммә был хаҡта һөйләшеүҙән баш тарттылар", — ти журналист, сөнки “батша алтыны” хаҡында хәбәр йәшерен сер итеп һаҡлана. Шул уҡ ваҡытта банкта Рәсәй алтынының һаҡланыу-һаҡланмауы тураһында мәғлүмәт инҡар ителмәй. Зотов Токио ҡалаһында йәшәүсе төньяҡ-көнсығыш Ҡытай тарихы буйынса фән докторы Цзян Лиҙың “һуғыштан һуңғы Японияны аяҡҡа баҫтырыуҙа урыҫ алтыны ҙур роль уйнаны” тигән фекерен дә килтереп үтә. Был хәбәрен тарихсы АҠШ-тың финанс министры белгесе Уильям Мэрдисондың 1945 йылда Иокогамалағы ике банкта (Сиокин һәм Спешн) ике башлы сәмреғош (Рәсәй империяһы гербы) төшөрөлгән алтын ҡойолмаларын үҙ күҙҙәре менән күреүенә һылтана. "Ул саҡта, — ти Цзян Ли, — американдар Японияның барлыҡ финансын үҙ ҡулына ала, әммә улар Советтар Союзы дәғүә иткән “батша алтыны”на ҡағылмай".
Г. Зотов Рәсәй алтынының япон банктарында һаҡланыуы тураһында хәбәрҙең 1941 йылға тиклем ирекле йөрөүе, был турала киң мәғлүмәт саралары ла хәбәр итеүе хаҡында телгә ала. Ләкин 1945 йылдың сентябрендә капитуляцияға ҡул ҡуйғандан һуң япон властары Японияла Рәсәй алтыны бер ҡасан да булманы, тигән ҡараш йәйелдерә башлай, сөнки был турала яҡшы белгән кешеләр донъя ҡуйған була инде. Һуңғы тапҡыр Советтар Союзы Рәсәй алтынын ҡайтарып алыу буйынса аҙымды 1955 йылда яһап ҡараһа ла, рәсми Токио уларҙы “бер ҡасан да күрмәүе” тураһында белдерә. Әммә 2004 йылдың майында, архив документтарына һылтанып, баҫым яһаған йәмәғәтселек алдында япон хөкүмәте, ысынлап та, полковник Идзомэ тарафынан аҡ гвардиясыларҙан 55 йәшник ҡиммәтле металл ҡабул ителеүен танырға мәжбүр була. Токиола уны 10 миллиард доллар менән баһалайҙар.

Хужаһына ҡайтарыу мәсьәләһе ҡуйылмай

Үрҙә телгә алынған “Пинкертонс” фирмаһы һәм профессор Сироткин иҫәпләүенсә, проценттарҙы ла ҡушып, Япония бөгөн Рәсәйгә 100 миллиард доллар ҡайтарырға бурыслы. "Ләкин, — ти Зотов, — миңә Японияның сит ил эштәре министрлығының матбуғат хеҙмәтендә ошондайыраҡ яуап ҡайтарҙылар: “Беҙ махсус тикшеренеү үткәрҙек, һәм һөҙөмтәлә генералдар Розанов менән Петровтың Японияға Рәсәй империяһының алтынын тонналап күсереүен раҫлайбыҙ. Алтындың бер өлөшө Семенов армияһына танктар һәм аэропландар биреүгә тотонолдо, ә бер ни тиклеме ҡайтарып бирелде”. Улай булғас, ни өсөн батша генералы Японияның юғары судына өс тапҡыр мөрәжәғәт иткән һуң? Шул уҡ ваҡытта Семенов армияһында бер генә аэроплан йәки танк булыуы ла раҫланмай. “АиФ” япон архивында һаҡланған 1920 йылғы документты ла иҫкә төшөрә. Аҡ гвардиясылар тарафынан төҙөлгән был документтың 9-сы параграфына ярашлы, “әгәр ҙә алтын ҡорал һатып алыуға тотонолмаһа, Япония уны ҡайтарып бирергә йөкләмә ала”. Колчактан һорау алғанда ла, Семеновтың хәтирәләрендә лә Японияның бер патрон да бирмәүе хаҡында әйтеп үтелә. Японияның сил ил эштәре министрлығы ла семеновсыларға танктар бирелмәүен инҡар итмәй.
Дөйөм алғанда, ватан матбуғатында Япониялағы Рәсәй алтыны тураһындағы тарихтың йөкмәткеһе бына шулай, һәм ошо байлыҡтың япон иҡтисадын әлеге кимәлгә еткереүҙәге хәл иткес әһәмиәте хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Авторҙарҙың өсөһө лә ошо проблеманы Курил утрауҙары мәсьәләһенә килтереп терәүе, минеңсә, бәхәсле. Йәнәһе, япондар дүрт утрауҙы (Кунашир, Итуруп, Шикотан һәм Хабомаи) ҡайтарып биреүҙе талап итә икән, тимәк, Рәсәй властарына батша алтынын законлы хужаларына тапшырыу мәсьәләһен ҡабырғаһы менән ҡуйыу зарур. Әммә, төптән уйлап ҡарағанда, был ике проблеманы бер епкә теҙеү мөмкин түгел, сөнки Рәсәй алтыны – ул империяның айырып алғыһыҙ милке, һәм быны ул саҡтағы япон хөкүмәте лә таныған. Ә Курил утрауҙары иһә бөтөнләй икенсе мәсьәлә. (Әйткәндәй, 70-се йылдарҙа миңә Итуруп утрауында йылдан ашыу хеҙмәт итергә тура килгәйне). Исемдәре үк әйтеп тороуынса, улар Рәсәйҙең законлы биләмәләре түгел, ә ҡасандыр батша Рәсәйе, 1945 йылда Советтар Союзы тарафынан баҫып алынған. Әгәр ҙә СССР етәкселеге 50-се йылдарҙа алтын мәсьәләһен ыңғай хәл итә алмаған икән, бының тап ошо утрауҙар проблемаһына бәйлелеген инҡар итеүе ауыр. Дөрөҫ, теорияла Курил утрауҙарын ҡайтарыу иҫәбенә алтынды ҡайтарып алыу ҙа мөмкин кеүек, ләкин был аҙым Рәсәй властарының абруйын күтәрмәй.
Нисек кенә булмаһын, япондар тарафынан законһыҙ үҙләштерелгән Рәсәй алтынын законлы хужаһына ҡайтарыу кәрәк. Ошо айҡанлы бер нәмә иғтибарҙы йәлеп итә: Ҡазанда аҡ гвардиясылар ҡулына эләккән алтындың Рәмиевтәр приискыһында йыуылған булыуы бик ихтимал, сөнки яҡын-тирәлә башҡа алтын йыуыу приискыһы юҡ. Ә ни өсөн башҡорт алтыны япон ҡулында булырға тейеш әле?


Вернуться назад