Хәлде аңларҙармы икән?16.12.2011
Гәзиткә ҙур өмөт менән яҙам. Етәкселәрҙең тыл ветерандарының хәлен аңларына, улар хаҡында тейешле хәстәрлек күреренә ышанам.
Үҙем – III группа инвалиды, 84 йәштәмен. Быума сире менән ауырыйым, көнөнә әллә нисә тапҡыр үлеп тереләм. Тышҡа сығып йөрөрлөк хәлдә түгелмен. Ағас йортта күп ыҙалыҡ күрәм. Өҫтәүенә электр, газ өсөн хаҡтар артҡандан-арта, утын һатып алыу өсөн дә аҡса кәрәк.
Беҙҙең кеүек тылда ал-ял белмәй, үҙен йәлләмәй эшләгәндәргә тейешле иғтибар етмәй. Көнкүреш шарттарын яҡшыртыу буйынса тейешле сара күрелһә ине.
Латиф ХӘЛИТОВ.
Иглин районы,
Ҡарамалы ауылы.


Вернуться назад