Ҡаһым түрә Гете менән осрашҡан26.02.2013
Уртаҡ Ватан күреп ҡабул ителгән Рәсәйҙе 1812 йылда француз яуынан ҡотҡарыу, башҡорттарҙың ҡурҡыу белмәҫ яугирҙәр тигән данын донъяға таратыу менән бер рәттән, ир-азаматтарҙың Ватанға тоғролоғона иң мөһим һынау булғандыр.

Башҡорт ҡаһармандары өсөн Ватан һуғышы 1806 йылда уҡ башланған тиергә мөмкин. 1805 йылдың аҙағында урыҫ армияһын ҡеүәтләү өсөн, Ырымбур яғынан алты йөҙ ҡалмыҡ, бер мең казак менән бергә ете мең башҡорт юлға сыға. Пруссия һәм Польша ерҙәрендә барған һуғыш ваҡиғаларын үҙ күҙҙәре менән күргән инглиз илселеге вәкиле офицер Роберт Вильсондың һүҙҙәренә ҡарағанда, унда “тимерҙән кейенгән” мең ярым башҡорт һуғыша. Яңы ғына һуғыш ҡырына килеп етеп, башҡа казактар менән бергә Аллер йылғаһы аша йөҙөп сығып, улар француздарға ташлана. Башҡорт һыбайлылары йәйәнән атып, дошманға һөжүм яһай, әсирҙәр ала.
Ватан һуғышы башланғанда, Көнбайыш сик буйҙарында 1-се һәм 2-се башҡорт полктары, 1-се типтәр, 1-се һәм 2-се Урал казактарының полктары була.
Наполеон армияһының һөжүме һәм Ватанды дошмандан һаҡларға саҡырған батша манифесы ҡала-ауылдарҙа, мәсет-сиркәүҙәрҙә халыҡҡа еткерелә. Башҡортостандың бик күп ир-азаматы, Ватанды яҡлар өсөн, үҙҙәре теләп армияға яҙыла. Башҡорт яугирҙәрен ҡоралландырыу, кейендереү һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн хөкүмәт бер тин дә аҡса бирмәй.
Кобрин ҡалаһы эргәһендә майор Курбатовтың ҡулы аҫтындағы 2-се башҡорт полкы тәүге ҙур еңеү яулай. Дошмандың 2 мең һалдаты үлтерелә, 2 382 һалдат, 76 офицер һәм ике генерал әсирлеккә төшә. Рустарҙан иһә ни бары 77 кеше үлә, 182-һе йәрәхәтләнә. Был бәрелештә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡыйыулыҡтары өсөн Бәләбәй өйәҙенең Сәпәш ауылынан Әйүп Ҡәйепов, Стәрлетамаҡ өйәҙенең Күсәрбай ауылынан полковой старшина Аралбай Аҡсулпановтар Изге Анна ордены менән бүләкләнә.
Еңеүҙән өмөттәрен өҙөп кире сигенә башлаған француздарҙы эҙәрлекләүҙә лә һыбайлы башҡорт яугирҙәренең роле баһалап бөткөһөҙ. Был турала хатта М.И. Кутузов губернатор Г.С. Волконскийға хәбәр иткәнлеге билдәле.
Ғөмүмән, урыҫ империяһында буйһондоролған халыҡтар, үҙен азатлыҡ алып килеүсе итеп, икмәк-тоҙ тотоп ҡаршылар тип өмөтләнгән Наполеон “ҡырағай” ҡәбиләләрҙән бындай ҡаты ҡаршылыҡ күрермен тигән уйҙы башына ла килтермәгән. Бабаларыбыҙ, ябай ғына ҡоралланыуҙарына ҡарамаҫтан, йәйәнән иҫ киткес мәргән атыуы, һыбай оҫта йөрөүе, дошманға арыҫландай йәшен тиҙлегендә ташланыуы менән бөтә Европаны таң ҡалдыра. Башҡорт һыбайлыларынан ҡоттары осҡан француз һалдаттары яҡташтарыбыҙҙы “төньяҡ амурҙары” тип атай.
Ҡаһым түрәнең күренекле шағир Гете менән күрешеүен беҙ хәҙер нисек ғорурланып һөйләй торған булһаҡ, Гете үҙе ысын башҡорт яугирҙәре менән осрашыуын маҡтанып хәтеренә алған.
Ата-бабаларыбыҙ ауыр ҙа, данлы ла юл үткән. Уларҙың дәһшәтле тарихын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Халҡыбыҙ күңелендә әле лә һаҡлана, тарихи үткәнебеҙ менән ғорурланыу тойғоһо уята.


Вернуться назад