Баҙлап ятҡан аҫылташтар иле —
Йә, иҫәнме-һаумы, Учалы!
Һин үҙеңдең ярһыу йөрәгеңә
Беҙҙең хистәрҙе лә ҡуш әле.
Тәбиғәттең хозур бер мөйөшө —
Ҡайһылай ҙа йәнгә хуш әле!
Йыр-моң һөйгән гүзәл халҡың менән
Әсир иттең беҙҙе, Учалы!
Учалы — беҙҙең төйәк, тормош һәм ғүмер нигеҙе. Ата-бабаларҙың ҡалдырған ҡомартҡыһы, изге ере, "бәләкәй тыуған ил".
Район Ер шарының ике өлөшөндә — Европа менән Азияла урынлашҡан. Ағиҙел, Урал (Яйыҡ), Йүрүҙән, Әй, Уй һәм Мейәс йылғалары ошонда башланып китә.
Учалы ерен күлдәр, йылғалар, урмандар, ҡая ташлы бейек тауҙар, рудалар иле тип тә атайҙар.
Район территорияһында баҡыр колчеданы, алтын, хромит, тальк, биҙәү һәм төҙөлөш таштары, башҡа ер аҫты байлыҡтары бар. Учалы ҡалаһының барлыҡҡа килеүе лә баҡыр-цинк рудаларын ер аҫтынан сығарып эшкәртеүгә бәйләнгән.
Таусылар ҡалаһы 1963 йылда барлыҡҡа килгән. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул Башҡортостандың иң матур ҡалаларының береһенә әүерелде. Уның төп предприятиеһы — Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты. Бөгөн ҡалала "Кровля", "Лесмаш", "Урал таштары", "Энергоцветмет" һәм башҡа предприятиелар уңышлы эшләй.
Ҡалала сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы, тау-металлургия техникумы, филармония, "Горняк" мәҙәниәт һарайы, һынлы сәнғәт балалар һәм музыка мәктәптәре, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, тиҫтәнән ашыу дөйөм белем биреү мәктәбе бар. Башҡорт дәүләт университетының филиалы ла асылды.
Учалы районында һәм ҡалаһында 75 меңдән ашыу кеше йәшәй. 12-нән ашыу милләт вәкиле — башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, немецтар, украиндар һәм башҡалар бар.
Мин тыуған яғымдың тарихы, күренекле шәхестәре менән ғорурланам. Был төбәк Ҡобағош, Ҡарас, Мәхмүт сәсәндәрҙең, башҡорт ихтилалдары етәкселәре Йосоп Арыҡов, Ҡара-һаҡал, Бәпәнә Төрөпбирҙин, Салауат Юлаевтарҙың, кантон башлығы генерал Мөхәмәтйән Буҙыҡаевтың, урыҫ-япон һуғышы геройы, генерал Ғайса Рәсүлевтең, Зәки Вәлидиҙең уң ҡулы Талха Рәсүлевтең, ХIХ быуаттың бөйөк мәғрифәтселәре Зәйнулла ишан Рәсүлев менән Мифтахетдин Аҡмулланың эҙҙәрен һаҡлай. Үҙ ваҡытында Зәки Вәлидиҙе бик йылы ҡабул иткән Учалы тупрағы — граждандар һуғышы геройы Муса Мортазиндың да Ватаны. Учалы ерендә алты Советтар Союзы Геройы үҫкән. Улар араһында легендар Александр Матросов (Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов) та бар.
Беҙ, учалылар, үҙ еребеҙҙән сыҡҡан ғалимдар, яҙыусылар, сәнғәт оҫталары менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Учалы ере йәмғиәткә йөҙгә яҡын фән кандидаты һәм тиҫтәнән ашыу фән докторы биргән.
Минең Учалымда сәнғәткә ғашиҡ халыҡ йәшәй, бынан бик күп сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре сыҡҡан. Мәшһүр йырсыларыбыҙҙы һанап бөтөрөрлөк түгел. Тиҫтәләгән яҙыусылар, журналистар, композиторҙар, рәссамдар, дәүләт эшмәкәрҙәрен дә бүләк иткән ғәзиз Учалым.
Киләсәктә минең ҡалам тағы ла үҫер, матурайыр, тип уйлайым. Ә бының өсөн беҙ, киләсәк быуын вәкилдәре, тырышып уҡырға, төрлө һөнәр үҙләштерергә тейешбеҙ. Учалымдың данын-мәртәбәһен арттырыр өсөн бик күп көс һалырға тура киләсәк, сөнки хәл итәһе бурыстар, проблемалар ҙа бар.