Шифаханаға бер нисә тәҡдим16.12.2011
“Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында ял итеү матур тәьҫораттар ҡалдырҙы: сәләмәтлегем яҡшырҙы, айырыуса табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының йылы мөнәсәбәте оҡшаны.
Ял итеүселәр өсөн көн дә концерт, экскурсия ойошторола. Ҡайһы берәүҙәр күңел асыу урынына китап һәм гәзит-журнал уҡыуҙы хуп күрә. Дауаланыусыларҙың ҡайһы бер тәҡдимдәре иҫәпкә алынһа, шифахананың бәҫе тағы ла артыр ине. Мәҫәлән, ял һәм байрам көндәре китапхана эшләмәй. Ярай әле унда “Башҡортостан” гәзитен уҡырға мөмкин. Шифахана етәкселегенә китапхананың эш ваҡытын уңайлыраҡ мәлгә күсереүҙәрен, республикабыҙҙа башҡорт телендә сығыусы башҡа баҫмаларҙы ла алдырыуҙарын һәм уларҙы корпустарҙағы киосктарҙа һатыуҙы ойоштороуҙарын һорап мөрәжәғәт иттек.
Дауаланыусыларҙың үтенестәрен йәһәт кенә үтәргә ынтылып тороуҙары оҡшаны. Мәҫәлән, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының күрһәтмәүенә дәғүә белдергәс, каналды шунда уҡ көйләп бирҙеләр. Шулай ҙа “Юлдаш” радиоһын тыңлай алманыҡ. Был ҡытыршылыҡты ла бөтөрөрҙәр, тип ышанам.
Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы,
Манышты ауылы.


Вернуться назад