“Һалдат өсөн иң ҡәҙерле өс һүҙ бар...”23.02.2013
Сабир ШӘРИПОВ, яҙыусы:
— 1979 йылда хәрби хеҙмәткә киттем, БАМ-ды һайланым. Ике йылда баштан кисергәндәр "Хушлашмайым" тигән романда, байтаҡ хикәйәмдә сағылды. Китапта күпселек персонаждарҙың исемен дә үҙгәртмәнем: замполиттар — башҡорт Билалов, татар Шаһикамаев, сыуаш Салюков, урыҫ немецы майор Шульц, штаб начальнигы белорус Карпович, йәш командир Зотов… Барыһы ла — тормоштағы кешеләр. Гарнизонда "бабайлыҡ", "яҡташлыҡ" кеүек йәмһеҙ күренештәр ҙә бар ине.
Ҡораллы Көстәр — йәмғиәтебеҙҙең етди, тос бер өлөшө. Күп милләтле ғаилә кеүек ул. Һәр һалдат, сержант, офицер — үҙе бер яҙмыш. Нисек кенә булмаһын, армия минең өсөн яҡты бер иҫтәлек булып ҡалды. Әле "хәрби хеҙмәт кәрәкме, юҡмы?" тигән һорауҙы йыш ишетергә тура килә. Кәрәк, әлбиттә, бөгөнгө сәйәси шарттарҙа бигерәк тә! Шулай ҙа егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә мотлаҡ барыуын теләр инем. Физик һәм рухи яҡтан сынығыу кәрәк, хатта бер йыл аҙ тип тә иҫәпләйем. Йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү ҙә бик мөһим.
Ғәзим ИЛЬЯСОВ, йырсы:
— 1985 – 1987 йылдарҙа Венгрияның Будапешт ҡалаһында хеҙмәт иттем. Һауа һөжүменән һаҡлау ғәскәрҙәренә эләктем. Миңә шунда уҡ хеҙмәттәштәрем "башкир" тип ҡушамат таҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батальонда ла, бригадала ла бүтән башҡорт булманы. Тәртип ҡаты ине. Көн һайын 12 сәғәт дежурҙа ултырҙыҡ. Локатор менән осоусы аппараттарҙың хәрәкәтен күҙәтә инек. Хәрби хеҙмәт мәлендә иң иҫтә ҡалғаны 1986 йылда Венгрияға Михаил Горбачевтың килеүе булғандыр. Көсөргәнешле ваҡиға. Барыһынан да йыйнаҡлыҡ, фармандарҙы теүәл үтәү талап ителде.
Дезертирлыҡ булғыланы. Айырыуса молдовандар түҙмәй, йыш ҡаса торғайны. Уларҙы эҙләгәндә емеш-еләк ашап, йоҡоно туйҙырып, часҡа ҡайта инек. "Бабайлыҡ" ныҡ көслө булды. Айырыуса хат алған мәлдә яһиллаша торғайнылар. Йә көтөп алған хәбәрҙе бирмәй аптыраталар, йә конвертты өрөп тултырып, ҡолаҡ төбөндә шартлаталар, йә танауға сиртәләр. Түҙәһең инде, хат ҡәҙерле! Сит илгә посылка ебәрергә ярамағанлыҡтан, миңә "күстәнәс" тәтемәй ине. Ҡош телендәй генә хатты түҙемһеҙләнеп көтөп алаһың, ахырҙа ятлап бөтәһең, ҡәҙерләп кенә түш кеҫәлә һаҡлайһың…
Әлеге көндә хеҙмәттәштәремдән Михаил Хомяковты социаль селтәрҙәрҙә таптым, аралашабыҙ.
Филүс ҠАЛМЫРҘИН, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:
— 1989 – 1990 йылдарҙа Һарытау өлкәһенең Энгельс ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан автобатальонда хеҙмәт иттем. Минеңсә, егет кеше хәрби хеҙмәт мәктәбен үтергә тейеш. Тик әлеге һымаҡ бер йыл түгел, сөнки был осорҙа хәрби хеҙмәткә саҡ өйрәнәһең генә.
Тәртип ҡаты булды. Таңғы 7-нән киске 7-гә тиклем заводта хәрби машиналар эшләү менән булдыҡ. Сит ергә яҡташтарың менән эләгеүе — оло ҡыуаныс. Беҙҙең часта башҡорттар күп булды. Яңыраҡ Күгәрсен районына гастролгә барғанда күптән күрмәгән хеҙмәттәшем Ғайсаны осраттым. Ул шәхси эшҡыуар булып киткән. Һалдат һурпаһын бергә эскән кешене осратыуыма ныҡ һөйөндөм.
Фирғәт ҒАРИПОВ, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры:
— Уҡыуым арҡаһында хәрби хеҙмәткә саҡырыу кисектерелгәйне, ә бына театрҙа эш башлағас, повестка тотторҙолар. Миңә ул саҡта 26 йәш ине. Тәүҙә улым, ҡатыным минһеҙ бер йыл нисек торор тип хафаландым. Һарытау өлкәһендәге Татищев районының Светлый ҡасабаһында урынлашҡан махсус һаҡ һәм разведка батальонына эләктем. Ул Ракета ғәскәрҙәренә ҡарай ине. Армияла һалдаттарға ҡушамат тағалар. Килеү менән командир:
— Исемеңде әйтеүе ҡыйын, шуға Гамлет булырһың, – тине.
— Ниңә Гамлет?
— Унан башҡа сәхнә персонажын белмәйем!
Шулай итеп, ғүмерҙә уйнамаған “Гамлет ролен” бер йыл башҡарырға тура килде. "Дивизия тормошонда ихлас ҡатнашҡан өсөн" тигән Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнеләр. Һалдат өсөн иң ҡәҙерле өс һүҙ бар: "посылка", "дембель", "ҡайтыу". Дуҫтарым, туғандарым посылка ебәреп торҙо, уларға рәхмәт. Армия тормошома ситтән ҡарарға, изге ҡиммәттәр хаҡында уйланырға мөмкинлек бирҙе.
Рәсүл СӘҒИТОВ, журналист, яҙыусы:
— Бөгөнгө ҡануниәт күҙлегенән ҡарағанда, әрмелә хеҙмәт итеү кәрәк, әлбиттә. Закон ҡуша икән, быны мотлаҡ үтәргә тейешбеҙ. Ә инде бының нисек булырға тейешлеге — икенсе мәсьәлә. Йәмғиәттә төрлө фекер йөрөй: тулыһынса хуплауҙан алып бөтөнләй инҡар итеүгә тиклем. Төптән уйлап ҡарағанда, уларҙың һәр береһе хаҡлы кеүек. Совет заманында хәрби бурысты атҡарыуҙы йөкләмә тип ҡабул итмәнек, быны бик теләп, хатта ашҡынып башҡарҙыҡ. Хәрби комиссариаттан ҡағыҙ көтөп йөрөүҙең, аҙаҡ оҙатылып сығып китеүҙең ниндәй тулҡынландырғыс, йөрәктәрҙе елкендергес бер мәл икәнен тиҫтерҙәремдең бөтәһе лә раҫлар, моғайын.
Ир-ат бергә йыйылған мәлдә ирекһеҙҙән әрме темаһына төшөп китәбеҙ. Мин ике йыл Байкал аръяғында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, БДУ-ла хәрби кафедрала уҡыным. Ирек һулап та туймаған көйө семестр һайын ике аҙна буйы иртәнге 8-ҙән киске 8-гәсә биш уставты "кимереү" електе һурҙы. 4-се курстан һуң яңынан хеҙмәткә саҡырҙылар. Ырымбур далаларында сборҙа булдыҡ. Сер итеп кенә әйтәм: хәрби хеҙмәт әле булһа төшөмә инә. Имеш, өсөнсөгә барғанмын. Әле 55 йәшкә тиклем запаста һаналасаҡмын әле.
Һалдат ғәләмәт йор һүҙле бит ул: көҙгө көндәй эс бошорғос тормошон да яҙғы тамсылар тыпылдауына әйләндереп ебәрә.