Хеҙмәт түгел, курорт бит был!23.02.2013
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Башҡортостандың хәрби комиссары Анатолий Балтинский, киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре менән осрашып, Ҡораллы Көстәрҙе үҙгәртеп ҡороу барышы, хәрби хеҙмәттәге үҙгәрештәр, һалдаттарҙың хәле һәм башҡа мәсьәләләр тураһында һөйләне.
Бүлектәрҙе арттырмаҡсылар
Армияны үҙгәртеп ҡороу, бындағы яңылыҡтар бер ҡасан да туҡтамай һымаҡ. Шулай ҙа һуңғы биш-ете йылда дәүләттең хәрбиҙәргә иғтибары артты. 2009 йылдан алып республиканың Хәрби комиссариатында хеҙмәткәрҙәр һаны 25 процентҡа кәмегән. Уларҙың күбеһе граждан хеҙмәтенә күсерелде. Район һәм ҡалаларҙа урынлашҡан хәрби комиссариаттарҙың юридик статусы ла үҙгәрҙе. Әле республика буйынса 44 бүлек эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баш ҡалабыҙ Өфөлә өс кенә бүлек тороп ҡалды. Был хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар өсөн дә, оло йәштәге ветерандарыбыҙға ла бер ни тиклем уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Шуға ла Өфөлә тағы бер бүлек асыу кәрәклеге тураһында Үҙәк хәрби округ етәкселегенә мөрәжәғәт иткәндәр, ошо көндәрҙә ыңғай яуап килгән. 1 июндән республика Хәрби комиссариатының Өфөләге Октябрь һәм Совет райондары буйынса яңы бүлеге эш башлаясаҡ.
Һалдаттар ҡытлыҡ тоймай
Әлеге мәлдә Рәсәйҙең хәрби частарында Башҡортостандан 15 меңдән ашыу һалдат хеҙмәт итә. Реформа барышында армияла хәл бермә-бер яҡшырҙы тип әйтергә була. Мәҫәлән, аҡса менән тәьмин итеү ҙә. Хәҙер һалдаттар айына 2 мең һум аҡса ала. Эксперимент рәүешендә ҡайһы бер хәрби частарҙа “швед өҫтәле” булдырылған. Тиҙ арала барлыҡ хәрби частар ҙа туҡланыуҙың ошондай төрөнә күсергә тейеш. “Харьковтағы хәрби училищела уҡыған сағымды яҡшы хәтерләйем. Туҡланыу насар ине: көн һайын һыуҙа бешкән кәбеҫтәгә өҫтәп һыуһыҙ бешкән кәбеҫтә бирә торғайнылар”, – тип хәтерләне Анатолий Балтинский. Осрашыуға ул Үҙәк хәрби округтан ебәрелгән телеграмманы алып килгән. Бында һалдаттарҙың менюһы яҙылған: аш ике, салат — дүрт, гарнир — өс, һут — биш, компот — өс, соус биш төрлө! Бынан тыш, һалдаттарҙы тулыһынса хужалыҡ эшенән бушатыу — төп үҙгәрештәрҙең береһе. “Уларҙың ҡорал тотоп, илгә һөжүм итеүселәргә ҡаршы торорға өйрәнеүе мөһим. Армия һәр яҡлап тәьмин ителгән, һалдаттар иһә яҡшы әҙерлекле булырға тейеш”, – тине хәрби комиссар.
Госпиталь кәрәк икән…
Реформа башланыу менән уның медицинаға ҡағылышлы яғы уйланылмаған икәне асыҡланды. Көслө табиптары, йыһазландырылыуы менән дан тотҡан хәрби госпиталдәр бөтөрөлдө. Беҙҙең хәрбиҙәр хәҙер Ырымбурға һәм Екатеринбургка дауаланырға йөрөргә мәжбүр. Был башҡа һыймаҫлыҡ. Төҙөлгәнде емереүе еңел дә ул, кире тергеҙеүе генә ауыр.
Һалдаттарҙың һаулығына килгәндә, Башҡортостан егеттәренең физик сәләмәтлеге Волга буйы федераль округындағы башҡа төбәктәрҙәге менән сағыштырғанда күпкә яҡшыраҡ.
Егеттәр ҡайҙа хеҙмәт итәсәк?
Тиҙҙән яҙғы саҡырылыш башлана. Хәрби хеҙмәткә яҡынса 6 мең һалдатты аласаҡтар. Беҙҙең егеттәрҙе ҡайҙа ла көтөп торалар, шуға ла улар Рәсәйҙең төрлө тәбәктәренә ебәреләсәк. “Хәүефләнгән ата-әсәгә шуны әйтә алам: “ҡыҙыу нөктә”ләргә контракт нигеҙендә хеҙмәт итергә килгән һалдаттар ғына ебәрелә. Йылына 50 мең кешене хәрби хеҙмәткә яллап оҙатабыҙ. Әле Һамар өлкәһендәге хәрби часты тулыландырыу бара. Башҡортостандың Шишмә районындағы Алкин ҡасабаһы эргәһендә урынлашҡан хәрби часҡа килергә теләүселәр күп. Ғәҙәттә, бында конкурс буйынса һайлап алабыҙ. Бер урынға 4 - 5 кеше дәғүә итә”, – тип һөйләне Анатолий Балтинский.
Хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөүселәр ҙә бар. Бөгөн 300 самаһы егет бурысын үтәүҙән баш тарта.
Бер кем дә онотолмай
Хәрби комиссариат һалдаттарҙы хеҙмәткә ебәрә лә улар тураһында онота икән, тип уйларға ярамай. “Егеттәрҙең хеҙмәт шарттары менән гел ҡыҙыҡһынабыҙ, хәрби частарға барабыҙ. Мәҫәлән, көҙ Һарытау өлкәһенә хеҙмәткә алынған егеттәр менән осраштыҡ. Бындағы хәрби часта Башҡортостандан 1500 егет хеҙмәт итә. Шарттар менән ҡәнәғәттәр”, – тине хәрби комиссар.
Иң ыңғай һөҙөмтә
Хәрбиҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү — реформаның иң уңышлы яҡтарының береһе. Армияны яңырта башлау менән, йәғни 2009 йылдан, республика Хәрби комиссариаты ярҙамында хәрбиҙәргә 156 фатир бүленгән, тағы 21 кешене торлаҡ менән тәьмин итергә кәрәк.