Яугирҙәргә рәхмәтлебеҙ23.02.2013
Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәт ветерандарын, хәрби комиссариаттарҙа һәм Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан ғәскәри частарҙа хеҙмәт итеүселәрҙе Тыуған илебеҙҙең Ҡораллы Көстәре ойошторолоуҙың 95 йыллығы — Ватанды һаҡлаусылар көнө — менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ватанға тоғро хеҙмәт иткән, ауыр һуғыш йылдарында уның азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап алып ҡалған, кешелек донъяһының аяуһыҙ дошманын еңеп сыҡҡан яугирҙәргә тәрән рәхмәтлебеҙ.
Үҙ быуыныбыҙҙағы күпселек кешенең ветеран тигән оло исемде намыҫ менән йөрөтөүе, армиябыҙҙың еңелмәҫ һәм легендар булыуы өсөн ғорурланабыҙ, ләкин Рәсәй өсөн ауыр заманда был өлкәләге эштәр торошо хаҡында ишетеп, күңел әрней. Армияға, яугирҙәргә һөйөү Башҡортостан халҡында һәр саҡ хупланды һәм әле лә шулай булып ҡала.
Ошо йылдарҙа меңәрләгән йәш кеше Ҡораллы Көстәр сафында ҡыйыулыҡ, илһөйәрлек, хәрби бурысты теүәл үтәү мәктәбе үтте.
Һуғыш һәм хәрби хәрәкәт ветерандары, Оборона министрлығы пенсионерҙары йәштәрҙе ватансылыҡ һәм юғары әхлаҡлылыҡ рухында тәрбиәләү буйынса ҙур эш алып бара. Улар хакимиәттәргә һәм хәрби комиссариаттарға илдең буласаҡ һаҡсыларын Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт итеүгә әҙерләүҙә ярҙам күрһәтә.
Бөтә йөрәктән һуғыш, армия, флот ветерандарына, ғәскәри частарҙа хеҙмәт итеүселәргә ныҡлы һаулыҡ, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә һәм хәрби әҙерлектә уңыштар, совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенең 70 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау маҡсатындағы эштә ихлас ҡатнашыуҙарын теләйбеҙ.


Вернуться назад