Гәзитебеҙҙең хөрмәтле йәш уҡыусылары!23.02.2013
Гәзитебеҙҙең хөрмәтле йәш уҡыусылары!Атай… Ҡайһылай яғымлы яңғырай ошо изге һүҙ! Беҙ атай-әсәйебеҙҙең икеһен дә берҙәй яратабыҙ, ғүмер баҡый уларға бурыслыбыҙ, сөнки ҡәҙерлеләребеҙ беҙгә ошо яҡты донъяла йәшәүҙе бүләк иткәндәр, ашатып-кейендереү генә түгел, белем биреп, эшкә өйрәтеп, ҙур тормош юлына әҙерләйҙәр.

Әлбиттә, атай-әсәй хаҡында бик оҙаҡ һөйләргә мөмкин булыр ине. Әйҙәгеҙ, быны һеҙгә тапшырайыҡ, йәш дуҫтарыбыҙ! Редакция “Минең атайым” тигән темаға яңы конкурс иғлан итә. Атайығыҙҙың ниндәй кеше булыуы, эштәре, уның тормошта һеҙгә, ағай-апай, һеңле-ҡустыларығыҙға йоғон\тоһо хаҡында редакцияға йәки сайтыбыҙға хаттар яҙығыҙ. Хикәйә менән шиғыр ҙа ҡабул ителә. Уларҙың иң яҡшылары “Башҡортостан” гәзитендә донъя күрәсәк. Конкурсҡа йомғаҡ йыл аҙағында яһала. “ТелIA” бәләкәй предприятиеһы (етәксеһе – И. Ә. Теләүембәтов) еңеүсегә бик шәп бүләк – велосипед тапшырасаҡ. Шулай уҡ иң-иңдәрҙе дәртләндереү бүләктәре лә көтә. Тик улары әлегә сер. Хәйерле сәғәттә!


Вернуться назад