Өйҙә тапмағанды ситтән эҙләйҙәр23.02.2013
Гәзит, ир-егеттәр тәрбиәләү мәсьәләһенә мөрәжәғәт итеп, шәп эш башланы. Форсаттан файҙаланып, мин дә ҡайһы бер фекерҙәремде еткерергә теләйем.

Әлбиттә, көслө зат вәкилдәренең үҙҙәрен ысын ир булараҡ тойоуы күп осраҡта беҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарға, бәйле. Миңә, Өфө мәктәптәренең береһендә уҡытыусы булып эшләгән кешегә, коллегаларым, әхирәттәрем менән ир-ат хаҡында күп һөйләшергә тура килә. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына тиҫкәрелек, йәғни "минеке генә дөрөҫ" тигән бер алама һыҙат хас. Уларҙың ирҙәре алдында ниндәйҙер сигенеүгә барыуын көтөүҙең мәғәнәһе юҡ. Әхирәттәремдән йыш ҡына шундай һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә: “Кисә ирем менән талашҡайным. Төндә һемәйттем мин уны: артымды ҡуйҙым да яттым. Үәт үсем ҡанып ҡалды!”
Быныһы инде торғаны бер ахмаҡлыҡ, ҡатын-ҡыҙҙың еңеүен түгел, ә, киреһенсә, тишек кәмәгә ултырыуын аңлата. Ирҙәр бит ошондай мөнәсәбәтте күреп, өйҙә булмаған йылыны ситтән эҙләй башлай. Бөгөнгө заманда һөйәркә табыуы бүстәк. Һеҙ "ирем эштән ваҡытында ҡайта" тип өйҙә ыжламай ғына ултыраһығыҙҙыр, ә осрашыуҙы теләгән мәлдә тәғәйенләргә мөмкин бит!
Ауылда минең ағайҙарым күп. Буй-һын, аҡыл тиһеңме — Хоҙай уларҙан береһен дә йәлләмәгән. Үҙҙәренең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Мәҫәлән, бер ағайым колхоз бөттө тип тормай, бесәнен дә эшләп һата, мал-тыуары, ҡош-ҡорто ла ишле. Ҡыҙҙарын төрлө уҡыу йорттарының түләүле бүлектәрендә уҡыта. Тик ул онотҡанда бер эсеп алһа, еңгәм "алкаш" тип мейеһен игәүҙән бушамай. Шундай шарттарҙа нисек ҡулға эш барһын инде? Уларҙың кәйефе генә төшә. Ә бит башҡа милләт ҡатын-ҡыҙҙары, мәҫәлән, мәрйәләр, ҡарап тороуға йүнһеҙ генә ирҙәрен дә матурлап кейендереп, ҡултыҡлап ҡына алып йөрөй. Ир ҡәҙерен белә шул улар! Ә беҙҙекеләр гел тешһеҙ игәү кеүек сәйнәнеүҙән бушамай. Шулай итеп, аҫыл ирҙәребеҙ ҙә юҡҡа сығып ҡуя. Миҫалға күренекле шәхес булып киткән, милләтебеҙҙе алға әйҙәгән ағайҙарыбыҙҙың ҡатындарын алып ҡарайыҡ. Күбеһе башҡа милләттән бит! Бынан бер нисә йыл элек бер баҫмала Р. Исмәғилев тә юҡҡа ғына: "Ҡыҙҙарыбыҙ мәрйә һәм татар ҡатындарынан һығылмалылыҡҡа, ирҙәрен үҫтерә һәм дәртләндерә белергә өйрәнһен ине", — тип әйтеп һалмағандыр. Ысынлап та, башҡорт ирҙәренә әллә ни күп тә кәрәкмәй — хәләл йәрҙәренән ни бары яҡшы эштәренә фатиха биреү, ураған һайын ҡанатландырып тороу, йәғни һүҙ ярҙамы ғына талап ителә. Әгәр шуныһын да булдыра алмаһағыҙ, исмаһам, уларға ҡамасауламағыҙ!


Вернуться назад