Мин — һалдат23.02.2013
Ағайым минең
Һалдаттан ҡайтты!
Күңелдә — шатлыҡ,
Өйҙә йәм артты!
— Кей фуражка, — ти. —
Ҡайыш быу әле —
Кескәй һалдатҡа
Оҡшап ҡуй әле!
Ағас автомат
Иңемә аҫтым
Һәм тиҙерәк көҙгө
Алдына баҫтым.
Көҙгөнән һалдат
Йылмайып тора:
— Ағайым, был — мин,
Мин — һалдат! Ур-р-ра!
Ҡапҡанан сыҡтым,
Урамдан үттем,
Ҡаҙ бәпкәләрен
Һаҡларға киттем!