Аҡыллы булығыҙ23.02.2013
Өммөгөлсөм өләсәйемдең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. Шулай ҙа бирешмәгән ул. Олатайым менән биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Өләсәйем әле районыбыҙҙың Ураҙбай ауылында йәшәй. Беҙгә килһә, әкиәттәр һөйләй, кәңәштәр бирә, "аҡыллы булығыҙ" тип өйрәтә. Өләсәйебеҙҙе бик яратабыҙ, һағынып көтөп алабыҙ. Ҡәҙерлебеҙгә оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйем.