“Инде мин уҡый алмам — һин уҡырһың...”16.12.2011
Ғүмер буйы “Башҡортостан”ға яҙылып, уны даими уҡып барған, мәҡәләләр ҙә яҙған Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, тормош иптәшем Ҡасим Ғималетдин улы Барғусов арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.
Ул гәзитте бик яратты. “Быйыл да гәзиткә яҙылдым — һин уҡырһың. Мин бүтән уҡый алмам инде”, — тигәйне. Уның һүҙен йыҡмайынса, йыл һайын яҙылырмын тип уйлап торам.
Мин үҙем 80 йәште уҙған әбей. Ҡалған ғүмеремдә лә “Башҡортостан”ды уҡырға яҙһын ине. Матур, йөкмәткеле сыға, төрлө материалдарға бай гәзит. Бөтә яҡшы хәбәрҙәр, таныш кешеләр, яҡташтар тураһында белеп шатланам. Яратҡан баҫмабыҙға коллектив менән яҙылыусылар барлығы ҡыуандыра.
Бөтә кешеләрҙең дә алдырырыуын теләйем. “Башҡортостан”ды көтөп алам, уҡып туйғыһыҙ бит ул.
Флүрә БАРҒУСОВА.
Стәрлебаш районы,
Түбәнге Аллағыуат ауылы.


Вернуться назад