Бигерәк шашып киттеләр23.02.2013
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында кешеләр тәбиғәтте ҡурсалау тураһында уйлана башлар тип ышанам.

Юғиһә, бигерәк шашып киттеләр. Мәҫәлән, туристар ял иткән ерҙә буш шешәләр, консерва һауыттары ятып ҡала. Усаҡтарын һүндермәй китеп, янғын сығаралар.
Ауылдың эсендә лә шул уҡ хәл. Беҙҙә мал ете шишмәнән һыу эсә, һәм был ерҙәргә яҡын барырлыҡ түгел: тиҙәк менән тулған. Ундай миҫалдарҙы бик күп килтерергә мөмкин. Тәбиғәткә иғтибарлы булһаҡсы!


Вернуться назад