Аҡбейек, Ҡараташ араһында23.02.2013
Һәр кемдең тыуып үҫкән изге төйәге бар. Минеке — Бөрйән районының иң матур ерендә урынлашҡан Әбделмәмбәт ауылы.
Ул ғорур Аҡбейек, Ҡараташ тауҙары араһында ята, йылғалар менән уратып алынған. Урманыбыҙ йәнлеккә, емеш-еләккә бик бай.
Ауылыбыҙҙа матур мәктәп, мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы бар. Быйыл боҙ майҙансығы төҙөлдө. Унда рәхәтләнеп коньки шыуабыҙ.
Ауылымды бик яратам, киләсәктә төйәгемә кәрәкле кеше булырмын.